+7 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
"Минең өс айым"
22 Июль 2023, 11:00

Төлкө менән осрашыу

Олатайым менән өләсәйем «Көньяҡ Урал» ҡурсаулығы биләмәһендә йәшәй. Беҙ Әмир ҡустым менән улар янында булырға яратабыҙ.

Бына әле каникулда ҡунаҡҡа барып, рәхәтләнеп ял итеп ҡайттыҡ. Өләсәй тәмле аштары, бәлештәре менән һыйлаһа, олатай менән сәмләнеп шашка уйнап кинәндек.

Бында төлкөләр бер кемдән дә ҡурҡмай, иркенләп йөрөй. Шулай өйрәнеп бөткәндәр, күрәһең. Беҙ барыбер һаҡ булырға тырыштыҡ.

Бер кис урамдан китеп барһаҡ, матур ғына бер төлкө осраны. Беҙгә күҙ ҙә һалманы. Ул, күрҙегеҙме инде, бындай ҡойроҡ һеҙгә тәтемәй, тип маҡтанып үтеп киткән һымаҡ тойолдо.

Төлкөнө оҙаҡ ҡына күҙәтеп торҙоҡ. Ысынлап та, һоҡланырлыҡ ине шул үҙе. Өйгә ҡайтҡас, был матур­ҡайҙы ҡағыҙға төшөрөп тә ҡуйҙым әле.

Салауат ХӘЙБУЛЛИН, V cиныф уҡыусыһы.
Белорет ҡалаһы,
21-се мәктәп.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: