+7 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
"Минең өс айым"
1 Август 2023, 15:40

Роботтар донъяһында

Ышанаһығыҙмы, юҡмы, йәйге ялыбыҙ роботтар донъяһында башланып китте. Бөрйән районының Әбделмәмбәт ауылында урынлашҡан «Тимербатыр» йәйге мәктәбендә булдыҡ бит.

Роботтар  донъяһында
Роботтар донъяһында

«Тимербатыр»ҙа беҙ ял итеп кенә ҡалманыҡ, робот техникаһы менән дә шөғөлләндек. Ныҡ күңелле булды!

Роботтарҙы лего конструкторынан, тимер сымдарҙан һәм мотор­ҙар ҡуйып эшләнек. Иң ҡыҙығы – беҙ уларҙы махсус программа ярҙамында хәрәкәтләндерергә, йөрөтөргә өйрәндек.

Проекттар әҙер булғас, «Робо­һабантуй» тигән байрам үткәр­ҙек. Унда роботтар ысын кешеләр һымаҡ ярышты – бау тартышты, бер-береһен этеп көрәште. Иң көслө һәм етеҙ робот яһаусылар еңеүсе булып танылды.

Был йәйге мәктәптә тәрбиәселәр беҙҙе көн һайын төрлө экскурсияларға ла йөрөттө. Бер аҙна эсендә Башҡортостан дәүләт тәбиғи ҡурсаулығында, «Шүлгәнташ» мәмерйәһендә һәм уның эргәһендәге ҙур яңы музейҙа, Әбделмәмбәт янындағы мәмерйәлә булырға өлгөрҙөк.

Ауылдың ағинәйҙәре менән дә таныштыҡ. Улар бик күп халыҡ йыр­ҙарын, әкиәттәр, таҡмаҡтар белә икән. Беҙгә «Йәшерәм яулыҡ», «Ҡырҡ таш» тигән уйындар­ҙы өйрәттеләр.

Милли йәйәнән уҡ атырға, һыбай йөрөргә, лазерлы станокта сувенирҙар эшләргә, балсыҡтан көршәк яһарға... «Тимербатыр»ҙа күп нәмәгә өйрәндек беҙ. Бергәләп башҡортса йырланыҡ, бейенек.

Йәйге мәктәптән ҡайтырға сыҡҡас, бер аҙ ҡыйын булып торҙо. Бер аҙна аҙ икән. Икенсе йыл бер юлы ике сменала ял итергә кәрәк, тип уйлап ҡуйҙыҡ әле.

Сәлимә һәм Нурсолтан ХӘСӘНОВтар.
Өфө ҡалаһы, 82-се гимназия.

 

Роботтар  донъяһында
Роботтар  донъяһында
Роботтар  донъяһында
Роботтар  донъяһында
Роботтар  донъяһында
Роботтар  донъяһында
Роботтар  донъяһында
Роботтар  донъяһында
Роботтар  донъяһында
Роботтар  донъяһында
Роботтар донъяһында
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: