+7 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
"Минең өс айым"
4 Август 2023, 16:45

Үткәне һиҙелмәй ҙә ҡалды

Миңә быйылғы мәктәп лагеры бик оҡшаны. Һәр көнөбөҙ төрлө уйындар менән үтте.

Үткәне һиҙелмәй ҙә ҡалды
Үткәне һиҙелмәй ҙә ҡалды

Тәбиғәт ҡосағында һабантуй ҙа матур уҙҙы. Туйғансы төрлө уйындар уйнап, арығансы йүгереп, рәхәтләнеп ял итеп ҡайттыҡ. Тағы ла лагерҙа ҡыҙыҡ-ҡыҙыҡ кроссворд, ребус, йомаҡтар сисеп ярыштыҡ, һүрәттәр эшләнек.
Төрлө бәйгеләрҙә еңеүселәргә, әүҙемдәргә приз-бүләк биреп, беҙҙе гел генә дәртләндереп тор­ҙо вожатый апайҙар. Бер көнө «Ғаилә» үҙәгенән белгестәр килеп, ҡыҙыҡлы бәйгеләр ойошторҙо. Ныҡ күңелле булды, көлә-көлә хәл бөттө. Ә шулай ҙа беҙҙекеләр ҡаршы команданы еңеүгә иреште. Беләһегеҙме, аҙағынан бөтәбеҙҙе лә алма менән һыйланылар.
Лагерҙа вожатый булып эшләгән уҡытыусыларыбыҙға, тәмле итеп ашатҡан ашнаҡсыларыбыҙға рәхмәт. Каникулымдың бер өлөшө бына шулай ныҡ иҫтәлекле һәм файҙалы булды. Үткәне һиҙелмәй ҙә ҡалды.

Ынйы АБДУЛОВА.
Баймаҡ ҡалаһы, 5-се мәктәп.

Үткәне һиҙелмәй ҙә ҡалды
Үткәне һиҙелмәй ҙә ҡалды
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: