+4 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
"Минең өс айым"
11 Август 2023, 11:23

Мәскәүҙән – еңеү менән!

«Тыуған яғымдың урындағы үҙидаралыҡ тарихы» Бөтә Рәсәй конкурсының финалына саҡырыу ал­ғас, ҡыуанысымдан, эй, һикерҙем! Шулай итеп, июнь аҙағында әсәйем менән Мәскәүгә киттек.

Мәскәүҙән – еңеү менән!
Мәскәүҙән – еңеү менән!

Финалға илдең 68 төбәгенән 470 мәктәп уҡыусыһы килгәйне. Беҙҙе өс көн «Космос» ҡунаҡханаһында йәшәттеләр. Бер минут та буш ваҡытыбыҙ булманы: бәйгене ойоштороусылар Мәскәү ҡалаһы буйлап экскурсияға йөрөттө.
29 июндә дәүләт идаралыҡ университетында жюри алдында үҙемдең эшемде яҡланым. Мин «Видеороликтар» номинацияһында һынау тоттом, «Беҙҙең ауыл стростаһы» тигән теманы һайлағайным.
Эшемде Ҡыйғаҙы ауылы тарихын өйрәнеүҙән башланым һәм ғалим Әнүәр Әсфәндиәровтың «Башҡортостан ауылдары тарихы» китабына мөрәжәғәт иттем. Ҡыйғаҙы ауылына Ғәйнә һәм Танып ырыуҙарына туғандаш башҡорттар нигеҙ һалған. Тәүге тапҡыр уның исеме 1709 йылғы яҙмаларҙа телгә алына. Бөгөн Ҡый­ғаҙы Петропавловка ауыл советына ҡарай.
Миңә конкурс эшен әҙерләгән саҡта күптәр ярҙам итте. Ауыл советы рәйесе Альберт ағай Ҡәҙимов, старостабыҙ Рәмил ағай Вәлинуров һәм бик күп ауылдаштар менән аралашырға тура килде. Уларҙың ихласлығына һоҡландым. Мин шуны аңланым: староста булыуы еңел түгел, был эште тыуған яғын һәм ауылдаштарын ныҡ яратҡан кеше генә баш­ҡара ала.
Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы 30 июндә Союздар Йортоноң Колонналар залында булды (һүрәттә мин – уртала). Күмәк конкурсанттар араһында еңермен тип һис көтмәгәйнем. Исемемде ишеткәс, шатлығымдан әсәйемде ҡосаҡлап алдым! Был көндө минән бәхетле кеше булмағандыр!
Баш ҡалабыҙ Мәскәүҙән онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар алып ҡайттым.

Раян СӘЙЕТОВ.
Асҡын районы, Асҡын ауылындағы 2-се мәктәп.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: