+7 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
"Минең өс айым"
18 Август 2023, 14:00

Маҡтау ҡағыҙы алып ҡыуандым

Мин үҙем спорт яратам, шуға ла йәйге һауыҡтырыу лагерына ҙур теләк менән йөрөнөм. 

Маҡтау ҡағыҙы алып ҡыуандым
Маҡтау ҡағыҙы алып ҡыуандым

Унда беҙ көндәр буйы уйнаныҡ, төрлө ярыштарҙа ҡатнаштыҡ. Бынан тыш, вожатыйҙар, ҡаланан килгән белгестәр ҡыҙыҡлы күнекмәләр ҙә үткәрҙе. Экскурсияларға ла шатланып йөрөнөк. Һәр сара ҡыҙыҡлы уҙҙы.
Вожатыйҙар ҙа беҙҙең менән уйнаны, шаярҙы, иң мөһиме – әрләмәнеләр. Һәр көнөбөҙ төрлө темаға арналды. Миңә, мәҫәлән, Гиннесс көнө оҡшаны, эй, ҡы­ҙыҡ булды. Кем иң оҙоно йәки иң бәләкәйе, кем иң ауыры йәки иң еңеле, кем иң ҙур йә­ки иң бәләкәй аяҡ кейеме ке­йә, кемдең сәсе иң оҙоно, кем­дең тауышы көслөрәк, кем иң шәп йүгереүсе, кем иң оҫта һикереүсе, кем иң мәргәне... Көлөп хәл бөттө.
Мине 4-се отрядтың командиры итеп тәғәйенләгәс, бар тырышлығымды һалдым. Ко­манданы алға сығарырға тигән маҡсат ҡуйып, алты отряд ара­һында III урынды алдыҡ. Ныҡ ҡыуан­дыҡ!
Лагерҙы ябыу тантанаһында миңә Маҡтау ҡағыҙы бир­ҙеләр, шатлығымдың сиге булманы.

Салауат Сарбулатов.
Баймаҡ ҡалаһы, 5-се мәктәп.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: