+7 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
"Минең өс айым"
18 Август 2023, 16:00

Һыуыр менән осрашыу

Йәйге каникулым синыфыбыҙ менән ҡырға сығыуҙан башланды. Атай-әсәйҙәр, уҡытыусыбыҙ Лилиә Нурул­ла ҡыҙы Миңлеәхмәтова ла барҙы.

Һыуыр менән осрашыу
Һыуыр менән осрашыу

Саф һауала арығансы лазертаг уйнаныҡ. Ул арала әсәйҙәр табын әҙерләгән, атайҙар самауыр ҡайнатып ҡуйған. Сәй эскәндән һуң уҡытыусыбыҙ уҡыу йылын уңышлы тамамлағаныбыҙ өсөн Маҡтау ҡағыҙҙары, матур бүләктәр тапшырҙы.
Бер аҙнанан ғаиләбеҙ менән Хәйбулла районының Оло Әбеш ауылына юл тоттоҡ. Унда мәктәптең 70 йыллыҡ юбилейына арнал­ған байрамда ҡатнаштыҡ.
Иртәгеһен ҡайтырға сыҡтыҡ. Юл­да һыуыр осраны. Беҙҙең машина яй ғына барғас, ҡурҡманы. Атай тәҙрәнән һыуыр булып һыҙғырғайны, ул яуап бирә башланы, тик беҙҙе шәйләмәне. Был йәнлек йүткергән һымаҡ бик ҡыҙыҡ итеп баш ҡағып һыҙғыра. Машина менән яҡын уҡ килгәс кенә, аңлап ҡалып, өңөнә инеп китте.
Артабан Йәнтеш ауылы эргәһендәге тау башына менеп, Һаҡмар йыл­ғаһын һәм тирә-яҡты ҡарап төштөк.
Өйҙә беҙҙе эштәр көтә ине: еләк йыйып, ҡайнатма яһаныҡ, баҡсала ҡый утаныҡ, картуф ҡорттарын сүпләнек. Тағы ла китапханаға йөрөнөк.

Алтынай АҠМАНОВА.
Сибай ҡалаһы,
Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: