Быйыл Ғафури районындағы дөйәғоштар фермаһында экскурсияла булыу бәхете тейҙе. Көслө, ҙур кәүҙәле һоҡланғыс ҡоштар икән үҙҙәре. Википедияны асып уҡыһаң, ошондай аңлатма бирелә: дөйәғош – ул ҙур-ҙур аҙымдар менән тиҙ йүгерә торған, ҡанаттары үҫешеп етмәгән ҡош. Асыҡ Африка саванналарында көн итә икән. Ошо ҡоштарҙы беҙҙең республикаға алып ҡайтып, матур, үҙенсәлекле ферма ойошторған кешеләргә рәхмәт. Ҡыҙыҡһынһағыҙ, һеҙ ҙә барып күрегеҙ, үкенмәҫһегеҙ.
Диңгеҙ буйында ғаилә менән ял итеү теләгем дә бар ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, килеп сыҡманы. Алла бирһә, алдағы йәйҙә барырбыҙ инде. Шулай ҙа Баймаҡтағы диңгеҙгә тиң, таҙа һыулы Талҡаҫ күлен күрергә насип булды. Уның матурлығына таң ҡалып, көнө буйы рәхәтләнеп һыу индек.
Өсөнсө иҫтәлекле мәлем әсәйем тыуып үҫкән Төрткән исемле ауылда Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ветерандарға, яуҙан әйләнеп ҡайтмағандарға арналған стела асыу менән бәйле булды. Тантанала мин дә ҡатнаштым.
Төрткән күптән инде тарихта ҡалған, бөткән ауылдарҙан һанала. Шулай булһа ла, унан сыҡҡан бихисап кешеләр үҙ тамырын, тыуған тупрағын онотмай, йыш ҡайтып тора. Ә быйыл ауылдаштар аҡса йыйып, Төрткәндән сыҡҡан Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары исемлеге булған стела асты. Был ваҡиға айҡанлы күркәм байрам ойошторолдо. Олоһо ла, кесеһе лә ҡатнашҡан йыйын ихлас аралашыу, осрашыу майҙанына әйләнде. Минең өсөн дә тарихи көн булып ҡалды ул.
Зөлхизә ИСҠУЖИНА.
Хәйбулла районы,
Аҡъярҙағы 1-се мәктәп.