+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
"Минең өс айым"
4 Июль , 10:00

Һаумы, йәйге ялым!

Каникулдың тәүге көнөнән үк мәктәбебеҙҙә ойошторолған лагерға йөрөнөм. Үҙебеҙҙең отрядҡа «Бал ҡорттары» исемен һайланыҡ, сөнки был бөжәктәр бик тынғыһыҙ, егәрле, уңған.

Һаумы, йәйге ялым!
Һаумы, йәйге ялым!

Беҙ ҙә тик торманыҡ: көнө буйы уйнаныҡ, төрлө бәйгеләрҙә ҡатнаштыҡ, йырланыҡ, дискотекалар уҙғарҙыҡ. Вожатыйҙар беҙгә күңелһеҙләнергә ирек бирмәне. Миңә бигерәк тә «Экомодерн» конкурсы оҡшаны.

Әлбиттә, атай-әсәйемә лә ярҙамлашам. Еләк-емеш йыйырға йөрөйөм, баҡсалағы түтәлдәргә һыу һибәм, ҡый үләндәрен утайым. Ә буш ваҡыттарымды төрлө ҡыҙыҡлы китаптар уҡып үткәрәм. Ғафури районындағы апайыма, үҙебеҙҙәге Абҙан ауылында йәшәүсе олатайыма ҡунаҡҡа барҙым. Инйәр йылғаһында һыу индем, атай-әсәйемдәр менән тауға мендем. Республикабыҙ тәбиғәте һоҡланып туймаҫлыҡ шул!

 

Илнара КӘРИМОВА.

Архангел районы, Ҡыҫынды ауылы.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: