Ауылды ныҡ яратам. Иртәнсәк ҡояш нурҙары төшмәҫ үк тороп, олатайым менән һыйырҙарҙы көтөүгә ҡыуырға сығам. Ҡайтыуыбыҙға тәмле ҡоймаҡ бешереп, өләсәй беҙҙе сәйгә көтә. Һыйланып алғас, велосипедта йөрөргә сығып китәм. Ауылдың бөтә урамдарын бер нисә тапҡыр урап сыҡҡас, олатай менән өләсәйгә өй эштәрендә ярҙам итәм.
Эш бөткәс, дуҫтарым менән уйнайбыҙ. Ныҡ күңелле!
Быйылғы ялым да мауыҡтырғыс һәм файҙалы үтер, тип ышанам.
Таһир РӘХИМОВ, йәш хәбәрсе.
Ауырғазы районы, Талбазы ауылы.