-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
"Минең өс айым"
18 Июль , 10:05

Беренсе тапҡыр лагерҙа булдым

Быйылғы йәйем уҙған йылдарҙыҡына һис оҡшамаған. Сөнки тәүге тапҡыр мәктәптә ойошторолған лагерға йөрөнөм. Унда көндәрем бик күңелле үтте.

Беренсе тапҡыр лагерҙа булдым
Беренсе тапҡыр лагерҙа булдым

Беҙҙең өсөн ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс саралар ойошторолдо. Төрлө оҫталыҡ дәрестәре үткәрелде. Миңә иң оҡшағаны төрлө төҫтәге буяу байрамы булды. Тағы ла бассейнға, театрға, планетарийға һәм аквапаркҡа барҙыҡ. Шулай уҡ көн һайын тоҙло шахтала һаулығыбыҙҙы нығытып, кислород коктейле менән һыйландыҡ.

Каникулым дауам итә. Ауылда өләсәй, ҡартатай эргәһендәге күңелле ял, атай-әсәйем менән Башҡортостаныбыҙҙың төрлө райондарында буласаҡ сәйәхәтебеҙ тураһында ла яҙырмын әле.

 

Айгөл АБЗАЛОВА, II “А”синыфы уҡыусыһы.

Өфө ҡалаһы, 48-се башҡорт лицейы.

Беренсе тапҡыр лагерҙа булдым
Беренсе тапҡыр лагерҙа булдым
Беренсе тапҡыр лагерҙа булдым
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: