-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
"Минең өс айым"
19 Июль , 21:00

Сибайҙы һағынып өлгөрҙөм

Быйылғы йәйге сәйәхәтем Өфөнән башланды. Каникул еткәс, таң менән тороп, баш ҡалабыҙға юлландыҡ.

Сибайҙы һағынып өлгөрҙөм
Сибайҙы һағынып өлгөрҙөм

Ул көндө йәшенләп көслө ямғыр яуҙы. Ара алыҫ ҡына. Оҙаҡ ҡына барғас, туҡтап Инйәрҙәге «Урал» кафеһында тамаҡ ялғап алдыҡ. Был урын тағы ла матурыраҡ булып ҡалған икән.

     Өфөгә етәрәк юлдарҙа саң-туҙан, ямғыр бөтөнләй яумаған һымаҡ тойолдо. Ҡалаға барып еткәндә, унда көн аяҙ, хатта эҫе ине. Ынйыҡай апайымдың эштәре күп булғас, үҙебеҙ генә Өфөнөң сауҙа үҙәктәрендә булып, һәр беребеҙгә оҡшаған күлдәктәр алдыҡ.

    Кискә табан Шамонин ауылына туғандарға киттек. Уларҙа бер төн ҡунып сыҡҡас, иртәгеһенә ҡабат Өфөгә түләүле юлдан барҙыҡ. Ул тип-тигеҙ. Беҙгә иң ҡыҙығы туннель аша үтеү ине.

    Матбуғат йортонда булдыҡ, «Йәншишмә», «Аманат» һәм «Һәнәк» гәзит-журналдарының редакцияларына индек. «Һәнәк» журналының рәссамы Артур Вәсилов мине һүрәткә төшөрөп тә өлгөрҙө, баш мөхәррире Илгиз Вәкил улы Ишбулатов беҙҙе шундағы ашханаға саҡырҙы.

     Матбуғат йортонда булыу минең өсөн онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы. Үҙемә ағай-апайҙарҙан бик күп файҙалы мәғлүмәттәр алдым.

     Өфөгә сәйәхәтебеҙ миңә ныҡ оҡшаны. Баш ҡалабыҙ матурайғандан-матурая бара.

Сибайҙы һағынып өлгөрҙөм. Өйҙә беҙҙе яратҡан бесәйебеҙ, этебеҙ, әтәс-тауыҡтарыбыҙ көтөп тора ине.

 

Кәримә АҠМАНОВА, III “В” cиныфы уҡыусыһы.

Сибай ҡалаһы, Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: