-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
"Минең өс айым"
24 Июль , 13:05

«Йәйләү»ҙәге күңелле көндәрем

Йәйге ялым айырыуса үҙенсәлекле, сағыу көндәр менән башланып китте. Миңә Башҡортостаныбыҙҙың иң шәп лагерҙарының береһе булған «Йәйләү»гә эләгеү бәхете тейҙе.

«Йәйләү»ҙәге күңелле көндәрем
«Йәйләү»ҙәге күңелле көндәрем

Беҙҙең смена май уртаһына тура килде. Лагерға иң-иңдәр генә йыйылғайны. Ҡайҙан ғына  килмәгәндәр бында! Рәсәйҙең төрлө тарафтарынан, мәҫәлән, Татарстан Республикаһынан да барҙар ине.

Төрлө яҡтан йыйылыуыбыҙға ҡарамаҫтан, беҙ үҙ-ара уртаҡ телде бик тиҙ таптыҡ. Сөнки эргәбеҙҙә әйҙәүселәр бар ине. Улар менән бергәләп төрлө бәйгеләрҙә, кисәләрҙә ҡатнаштыҡ. Ырыуҙарға бүленеп, татыу бер ғаилә кеүек йәшәнек.

Иртәнсәк беҙҙе моңло башҡорт ҡурайы уятһа, кисен наҙлы көй йоҡоға оҙатты. Рухи яҡтан ғына түгел, физик яҡтан да нығындыҡ. Зиһенебеҙҙе байытыр өсөн төрлө интеллектуаль уйындар, конкурстар, ярыштар, кисәләр, мауыҡтырғыс саралар ойошторолдо. Мәҫәлән, Башҡортостаныбыҙҙың райондары буйлап сәйәхәттә “булдыҡ”, батырҙар илендә “йөрөнөк”. Төрлө ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр белдек. Тағы ла «Батыр», «Һомай», «Бейеү», «Тарих», «Футбол», «Волейбол», «Журналистика», «Ҡурай» түңәрәктәре эшләне.

Шул тиклем күңелле булды. Хатта күршеләге лагерь вәкилдәре яныбыҙға килеп: «Һеҙҙә ҡалай рәхәт, ошонда ял итһәк ине», – тип белдерҙе. Улар менән бергәләп йырлап, бейеп тә ала инек.

Лагерҙағы 21 көн “һә” тигәнсе үтте лә китте. Бер туғандай яҡынайып бөткәс, ҡайтыр ваҡыт та етте… Әммә беҙ бик төшөнкөлөккә бирелмәнек, сөнки был осрашыу һуңғыһы түгел: Башҡортостандан булғандар менән тағы ла күрешергә мөмкинлек бар бит.

Әйҙәүселәргә, кескәй йөрәкле ҙур ғаиләмә сәләмемде еткереп, мөғжизәле мәлдәр өсөн рәхмәт әйтәм. «Йәйләү» – иҫ китмәле бәләкәй бер донъя! Бар яҡтан да өлгөлө лагерь ул! Матур үткән көндәремә ҡыуанып бөтә алмайым. Әйткәндәй, лагерҙан ҡайтҡас, Ғафури районында урынлашҡан Уҡлыҡая тауына ла барып өлгөрҙөм әле.

 

Илизә САЛАУАТОВА.

Архангел районы, Ҡыҫынды ауылы.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: