-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
"Минең өс айым"
16 Август , 12:15

Ҡустым да башҡортса уҡырға өйрәнер әле

Йәйге каникулым матур хәтирәләр менән үтеп бара. Күптән түгел Һамар өлкәһенең Тольятти ҡалаһында йәшәгән өс туған ҡустым Әмирханда ҡунаҡта булдым.

Ҡустым да башҡортса уҡырға өйрәнер әле
Ҡустым да башҡортса уҡырға өйрәнер әле

Көндөҙ  Волга йылғаһында һыу индек, балыҡ ҡармаҡланыҡ. Ә кистәрен бай тарихлы "Автоваз" предприятиеһы менән дан тотҡан ҡала буйлап йөрөнөк.
Әмирхан быйыл IV cиныфты "биш" билдәләренә генә тамамлап, каникулын Гөлзифа өләсәһе һәм Ҡотдос олатаһының баҡсаһында үткәрә. Бәләкәйҙән башҡорт халыҡ әкиәттәрен тыңлап үҫкән ҡустыма "Йәншишмә" гәзитенең бер нисә һанын бүләк иттем әле. Уға халҡымдың, телемдең бөйөклөгө тураһында һөйләнем.
Баҫманың бөтөн биттәрен дә ҡарап сыҡҡас, Әмирхан:
– Ҡайһылай шәп гәзит, мин дә башҡортса уҡырға өйрәнергә теләйем, – тине.
Афарин! Эйе, донъяла иң матур тел ул – туған телебеҙ. Әйҙә,  башҡорт телен өйрән! Һин дә "Йәншишмә" гәзитенең иң яҡын дуҫы булып китерһең.
Ҡустым, мин һиңә ышанам.



Илназ Закиров,
7-се мәктәп уҡыусыһы.
Бәләбәй районы, Приют ҡасабаһы.

Ҡустым да башҡортса уҡырға өйрәнер әле
Ҡустым да башҡортса уҡырға өйрәнер әле
Ҡустым да башҡортса уҡырға өйрәнер әле
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: