-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
"Минең өс айым"
16 Сентябрь , 14:10

Бесән дә әҙерләштек

Йыл да йәйге каникулым өләсәйем менән олатайым янында үтә. Улар Дәүләкән районы Иҫке Япар ауылында йәшәй. Беҙ ял итеп кенә ҡалманыҡ, Байрас ағайым менән өләсәй, олатайыма ярҙам итергә лә өлгөрҙөк. Мин – баҡса эшендә, ул мал-тыуар ҡарашты.

Бесән дә әҙерләштек
Бесән дә әҙерләштек

Өләсәйем күп төрлө сәскәләр ултырта. Йәй буйы уларға һыу ҡойоп, сүп-сарҙан таҙартып торҙом.

Ауылда дуҫтарыбыҙ ҙа күп. Бергә йыйылып, төрлө уйын уйнаныҡ, велосипедта йөрөнөк. Дим йылғаһында һыу индек.

Һәр көнөбөҙ ҡыҙыҡлы уҙҙы. Эргәбеҙҙә бесәйебеҙ һәм көсөгөбөҙ бар ине. Үҙҙәре бигерәк матурҙар! Шулар менән мәж килдек. Беләһегеҙме, көсөктө өйгә алып ҡайтҡас, бесәй тәүҙә оҡшатмағайны. Улар икеһе һуғышып китте. Аҙаҡ бер-береһенә өйрәнделәр. Ә хәҙер айырылғыһыҙ дуҫтар инде үҙҙәре!

Беҙ ямғырлы көндәр алдынан бесән дә эшләштек. Унда ағайым менән тырматып йөрөнөк. Йәйгеһен яланда бергәләшеп бесән күбәләүе бигерәк күңелле икән!

Тағы ла уҡытыусы йәйгелеккә ҡушҡан әҙәби китаптарҙы ла уҡыным. Ауылда миңә ныҡ оҡшаны.

 

Әлфиә ШАФИҠОВА, III "В" синыфы уҡыусыһы.

Өфө ҡалаһы, Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: