-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
"Минең өс айым"
17 Сентябрь , 17:05

"Урал диснейленды"нда булдым

Йәйге каникул осоронда ҡайҙалыр барыу ғаиләбеҙҙә йолаға әйләнгән.

"Урал диснейленды"нда булдым
"Урал диснейленды"нда булдым

Быйыл Силәбе өлкәһенең Һатҡы ҡалаһында урынлашҡан "Сонькина Лагуна" тип аталған ғәжәйеп әкиәт донъяһында булыу бәхете тейҙе. Ундағы әкиәт һарайҙары урта быуат осорондағы һымаҡ итеп төҙөлгән. Төрлө геройҙар һындары бар. Тирә-яғын һыу уратып алған.

Унда барғас, үҙеңде икенсе тормошта йөрөгән кеүек итеп хис итәһең. Уйнар, күңел асыр өсөн урындар ҙа етерлек. Шатланып, мине алып барған атай-әсәйемә рәхмәт әйтеп ҡайттым. Халыҡ телендә "Урал Диснейленды" тип аталған был урынға, юлығыҙ төшһә, һеҙгә лә барырға тәҡдим итәм.


Тимур СӨЛӘЙМӘНОВ
,

III “Б” синыфы уҡыусыһы.

 Өфө ҡалаһы,

Аксаков исемендәге 11-се гимназия.

"Урал диснейленды"нда булдым
"Урал диснейленды"нда булдым
"Урал диснейленды"нда булдым
"Урал диснейленды"нда булдым
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: