Быйыл гимназиябыҙҙа көндөҙгө ял лагеры 28 майҙан эшләй башлағайны. Унда рәхәтләнеп ял иттек. Йыл да лагерға бик теләп йөрөйөм. Быйыл да синыфтан 13 уҡыусы булдыҡ. Беҙҙең «Арғымаҡ» лагерында бигерәк күңелле шул. Ниндәй генә уйындар уйнаманыҡ та ҡайҙарҙа ғына сәйәхәттә булманыҡ!
Тағы бер ҡыуаныслы хәбәр алып ныҡ шатландым. Мине «Урал батыр» эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәрҙең төбәк-ара конкурсының йомғаҡлау этабына саҡырғандар икән. Етәксем Розалиә Әхмәт ҡыҙы Йәлилова менән тиҙ генә йыйынып, 8 июнь – «Урал батыр» эпосы көнө Күмертауға барып төштөк. Үҙем тәүҙә ныҡ тулҡынландым. Ни тиһәң дә, Күмертау ҡалаһына тәү тапҡыр барыуым бит. Бушҡа борсолғанмын. Беҙҙе яҡшы итеп ҡаршы алып, тиҙ генә урынлаштырҙылар ҙа.
Бәйгене асыу тантанаһында моңло тауышлы малай Әнүәр Вәхитовтың йырлағаны оҡшаны. Билдәле сәсәниә Розалиә апай Солтангәрәева менән икенсе мәртәбә осраштым. Миңә уның ҡобайыр әйтеүе бик оҡшай. Киләсәктә минең дә уның һымаҡ тел оҫтаһы булырға теләгем бар.
Төшкө аштан һуң сығыш яһарға ваҡытым етте. Уңышлы ғына килеп сыҡты, минеңсә. Ҡурай моңдары, ҡумыҙ көйҙәре менән биҙәнем сығышымды. Киске аштан һуң дискотека-ритайымға сыҡтыҡ. Күңелебеҙ булғансы уйнаныҡ, башҡортса йырланыҡ, бейенек. Бигерәк тә Розалиә Солтангәрәева менән теләктәр теләп һамаҡлау оҡшаны. Хатта беҙҙең бейеүгә ҡыуанып ҡарлуғастар ҙа күктә өйрөлөп-өйрөлөп бейегәндәй тойолдо. Минең бындай күренеште күргәнем юҡ ине әле.
Икенсе көн дә экскурсияларға бай булды. Ҡала тирә-яҡты өйрәнеү музейында ла, вертолёттар сыҡҡан заводта ла, шәхси күргәҙмәлә лә булдыҡ. Сағыу инсценировкалар ҙа күрһәттеләр. «Шағир көндәлеге» фильмын ҡараныҡ. Сценарист Гөлсәсәк апай Саламатова менән осраштыҡ.
Шулай итеп, өсөнсө көн дә килеп етте. Иртән тороп, йомғаҡлау сараһына сағыу костюмдар кейҙек тә тамаша залына ашыҡтыҡ. Унда алма төшөр урын юҡ ине. Республикабыҙҙың төрлө район-ҡалаларынан, Ырымбур өлкәһенән ҡатнашыусылар, уҡытыусылар, ата-әсәләр – барыһы ла Мортаза Рәхимов исемендәге 3-сө республика башҡорт интернат-гимназияһына йыйылды.
Йомғаҡлау сараһында мәртәбәле ағай-апайҙар сығыш яһаны. Лариса апай Абдуллина барыбыҙға ла «Аҡбуҙат» журналын таратты. Конкурста ҡатнашҡан өсөн мәғариф министрлығынан диплом һәм үҙем күптән тағырға хыялланған башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары биҙәүесен алып ҡыуандым. Бына шулай яңы дуҫтар табып, күпте күреп, белеп ҡайттым Күмертауҙан.
Ә мәшһүр «Урал батыр» эпосына килгәндә, уны артабан да өйрәнеүемде дауам итермен. Беҙ халҡыбыҙҙың бөйөк ҡобайырын белеп үҫергә тейешбеҙ.
Әҙилә АҘНАБАЕВА.
Ауырғазы районы, Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы.