-9 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
"Минең өс айым"
14 Июль 2025, 15:30

Иң күңелле көндәрем — ауылда

Йәйге каникул мәле бар балаларға ла ныҡ оҡшайҙыр, тип уйлайым. Ни тиһәк тә, өс ай буйы ял итәбеҙ! Мәктәпкә бармайбыҙ, уҡыу юҡ. Бәлки, әлегеләй оҙайлы каникул ҡышҡыһын булһа, уныһын да яратыр инек ул... Ә шулай ҙа иң ҡулай ял итеү мәле — йәй миҙгелендәге көндәр.

Иң күңелле көндәрем —  ауылда
Иң күңелле көндәрем — ауылда

Кемдер өсөн йәй ҡомда ятып, ҡояшта ҡыҙынып, диңгеҙҙә йөҙөү ваҡыты булһа, ә минең өсөн ул – ауыл, өләсәй, олатай һәм баҡса. Һәм бер тамсы ла оҙон каникулымдың тап шулай үтеүенә үкенмәйем. Ауылда уҙғарған көндәрем шул тиклем ҡыҙыҡ, күңелле һәм мажаралы!
Көндөҙ бөтәбеҙ ҙә эш менән мәш­ғүл. Ә кисен ҡусты, һеңле һәм дуҫтарым менән бергә йыйылабыҙ. Әлбиттә, ауылға ҡайтҡан элекке таныштарыңды осратаһың, һөйләшеп һүҙҙәр бөтмәй. Арығансы футбол, төрлө уйындар уйнайбыҙ. Рәхәтләнеп йүгерәбеҙ, шаярабыҙ, көләбеҙ. Төрлө темаларға һөйләшеп, бәхәсләшеп тә алабыҙ.
Шулай уҡ әсәйем, өләсәйем менән урманға еләккә, бәшмәккә йөрөйбөҙ. Тағы ла олатай, ағайым менән һепертке бәйләр өсөн селек йыйырға барабыҙ. Оҡшай ул миңә был эш.
Бына шулай йәйге ялым ауылда күңелле һәм файҙалы үтә. Бер ҙә үкенмәйем, хатта күптәр шулай ял итергә хыялланалыр әле, тип уйлап та алам. Миңә рәхәт ауылда.

 

Рената Ибәтуллина,
III синыф уҡыусыһы.
Ауырғазы районы, Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы.

Иң күңелле көндәрем —  ауылда
Иң күңелле көндәрем — ауылда
Автор: Зөһрә Хәкимова
Читайте нас