-9 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
"Минең өс айым"
27 Июль 2025, 14:05

Дим буйында

Һәр йылдағыса, йәйге каникулымды олатай менән өләсәй янында үткәрәм. Улар Дәүләкән районының Иҫке Яппар ауылында йәшәй.

Дим буйында
Дим буйында

Күпләп мал-тыуар, ҡош-ҡорт тотоп, мул итеп баҡса үҫтерәләр. Шуға ла йәйге ялымда уларға ярҙам итергә тырышам. Әлфиә һеңлем менән ҡаҙ бәпкәләрен көтәбеҙ, ҡый утайбыҙ, йәшелсә-емештәргә һыу һибәбеҙ. Ә кисен мин — һыйырҙарҙы, ә һеңлем кәзәләрҙе көтөүҙән алып ҡайта.
Ауылда дуҫтарыбыҙ күп. Бергә Дим йыл­ғаһына һыу инергә барабыҙ, футбол уйнайбыҙ һәм рәхәтләнеп велосипедта йөрөйбөҙ.
Бер көндө кәмә менән йылға буйлап сәйәхәт иттек әле. Беҙҙең өсөн һынау ҙа булды ул. Күпер аҫтынан ултырып үтһәк, ә ҡалған юлыбыҙҙы тәғәйен һыу ингән ергә тиклем аяҡ өҫтө баҫып барҙыҡ. Эй, күңелле булды! Тәбиғәткә һоҡланып, рәхәтләнеп аҡтыҡ. Тирә-яҡ шул тиклем матур икән!
Эш бөткәс, малайҙар менән балыҡ ҡармаҡларға ла йөрөйбөҙ. Өйҙә бесәй балалары бар. Ҡыҙыҡ, улар минең балыҡ алып ҡайт­ҡанды көтөп кенә ултыра. Матурҡайҙарҙы һыйлайым.
Бер мәл минең ҡармаҡҡа ҙур суртан эләкте. Уның ауырлығы бер килограмм ярым ине. Дуҫтарым менән бергәләп саҡ тартып сығар­ҙыҡ. Уны ҡармаҡтан ысҡындырыуы ла ҡыйын булды.
Ауылда рәхәт тә, күңелле лә шул!



Байрас ШАФИҠОВ, VII «В» синыфы уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы, Фатима Мостафина исемендәге
20-се башҡорт гимназияһы.

Дим буйында
Дим буйында
Автор: Зөһрә Хәкимова
Читайте нас