Иң шатлыҡлы хәбәремде һеҙгә лә еткерәйем әле. Каникул башланғас та атайым беҙгә ишек алдында футбол ҡапҡалары яһап бирҙе. Вәт! Беҙ хәҙер шул футбол майҙансығында рәхәтләнеп уйнайбыҙ. Унда туғандарым, күршегә ҡунаҡҡа ҡайткан Әмир менән Самат исемле малайҙар менән мәж киләбеҙ. Туп тибәбеҙ, йүгерәбеҙ, ярышабыҙ.
Шулай уҡ ғаиләбеҙ менән урманға, яланға сығып, еләк, мәтрүшкә йыйҙыҡ. Ә бер көндө күмәкләп Өфө ҡалаһына барҙыҡ әле. Ағиҙел яры буйлап йөрөнөк. Һуңынан теплоходта йылғала йөҙҙөк. Беҙгә был сәйәхәт бик оҡшаны.
Каникулым бына шулай күңелле уҙа, ауылда рәхәт!
Айназ ВӘЛИТОВ,
йәш хәбәрсе.
Ауырғазы районы, Рәшит Назаров исемендәге
Талбазы башҡорт гимназияһы.