Билдәләнгән көн иртә торҙом. Тышта ямғыр һибәләй ине. Ҡулыма сатыр ҙа алманым. Үҙем ямғырлы көндө бик яратам. Билдәләнгән ваҡытта уҡытыусым мине көтә ине. Университетҡа Башҡортостандың төрлө төбәгенән уҡыусылар килгән. Беҙгә матур концерт күрһәттеләр, уҡыу йорто тураһында һөйләнеләр.
Бына түҙемһеҙлек менән көткән мәл етте. Бүләкләй башланылар. Олимпиада һөҙөмтәләре буйынса мин абсолют еңеүсе булдым! Диплом, башҡортса энциклопедия, миҙал тапшырҙылар. Аҙаҡ бергәләшеп иҫтәлеккә фотоға төштөк.
Уҡытыусым менән һаубуллашып тышҡа сыҡһам, ямғыр яуа ғына! Ярай, тиҙ үтеп китер әле, тип ҡайтырға булдым. Бер мәл ямғыр көсәйә башланы. Көләпәрә кейеп алдым да юлымды дауам иттем. Тик тиҙ атларға ауыр энциклопедия ҡамасаулай. Бер заман көслө ямғырҙан асфальт буйлап һыу аға башланы. Туҡталышҡа барып еткәндә лыс һыу инем инде. Автобусҡа ултырып ҡайтып еткәндә лә ямғыр туҡтамағайны. Атлап барам, ә битемдән һыу аға, дипломым менән нимә булыр инде, тип борсола башланым. Аяҡ кейемемдә һыу «гөлп-гөлп» килә.
Аҙаҡ шуныһына ҡыуандым: ауырыманым, диплом да ныҡ һыуланмаған. Мажараға бай был көнөм бер иҫтәлек булып ҡалыр әле, тип уйлап ҡуйҙым.
Алтынай АҠМАНОВА,
йәш хәбәрсе.
Өфө ҡалаһы,
Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы.