-9 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
"Минең өс айым"
14 Август 2025, 15:55

Асылыкүлде күрҙек

Йәйге каникул көндәрен олатай менән өләсәй янында үткәрәм. Улар Дәүләкән районы Иҫке Яппар ауылында йәшәй.Миңә ауылда ныҡ оҡшай.

Асылыкүлде күрҙек
Асылыкүлде күрҙек

Олатайымдарҙың малы күп, уларҙы ҡарашам, кисен көтөү ҡаршылашам. Тағы ла ике бесәй балаһы бар. Үҙҙәре шундай шаян, ишек алдына сығыуым була, аяҡҡа һырлығып һөт һорайҙар. Улар менән уйнайым.
Емеш-еләк бешеү менән өләсәйгә ҡурай еләге, сейә йыйыштым. Бергәләп ҡыш­ҡылыҡҡа ҡайнатма, һут әҙерләнек. Шулай уҡ баҡсалағы йәшелсәләргә һыу һибәм, өләсәй менән бергә утайбыҙ.
Эш бөткәс, дуҫтарым менән йыйылышып уйнайбыҙ. Йылы көндәр­ҙә Дим йылғаһына һыу инергә барабыҙ.
Шулай уҡ атайым менән әсәйем ауылға ялға ҡайтып, Байрас ағайым менән икебеҙҙе Асылыкүлгә алып барҙы. Унда шундай матур! Һыуы таҙа, йылы! Рәхәтләнеп көнө буйы һыу инеп, ҡояшта ҡыҙынып яттыҡ. Ҡайтышлай Асылыкүлдән 8 саҡрымда урынлашҡан Шарлама шарлауығын барып күрҙек. Гөлбикә шишмәһенән һыу алдыҡ. Башҡорт­остандың иң ҙур, иң матур күлен үҙ күҙҙәрем менән күреүемә бик шатландым. Быйылғы каникулымдың иҫтәлекле мәле булып күңелемдә оҙаҡ һаҡланыр әле.


Әлфиә ШАФИҠОВА,
IV «В» синыфы уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы,
Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы.

Асылыкүлде күрҙек
Асылыкүлде күрҙек
Автор: Зөһрә Хәкимова
Читайте нас