Еҙем, Һаҡмар йылғаларында һыу индек. Элекке дуҫтарыбыҙҙы күрҙек, яңыларын таптыҡ.
Юлыҡ ауылында әсәйемдең балалыҡ дуҫы башҡорт, урыҫ телдәрендә бер нисә балалар һәм үҫмерҙәр китабы бүләк итте. Араларындағы Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма, әсәй!» повесын шунда уҡ ҡулдан-ҡулға йөрөтөп, йығылып ятып уҡыныҡ. Төп герой Ильяс – балалар йортонда үҫкән малай. Уның икенсе төркөмдә йәшәгән һеңлеһен йәлләүе уҡыусыны битараф ҡалдырмай. Балалар йортондағы тормоштоң ҡыйынлығы, бигерәк тә ата-әсәһен һағыныуы үҙәкте өҙә. «Ниңә генә минең әсәйем дә төрмәлә ултырмай икән?!» – тип илауы, әсәһен төшөндә күреүе күңелгә үтеп инә. Бер нисә көн шул ваҡиғалар шауҡымында йөрөйһөң. Атайлы-әсәйле булып үҫеүҙең ниндәй ҙур бәхет икәнлеген аңлайһың.
Беҙ ғаиләлә өс бала. Ислам, Рамаҙан исемле ҡустыларым бар. Атай-әсәйебеҙ беҙҙең өсөн өҙөлөп тора. Әсәйем тәмле аштар бешерә, һәр көн иртән яратып уята, мәктәпкә, балалар баҡсаһына оҙата. Атайым вахта ысулы менән эшләй. Уның эштән ҡайтыуын һағынып көтөп торабыҙ.
«Ҡалдырма, әсәй!» повесын уҡығандан һуң беҙ был донъяла иң бай, бәхетле кеше икәнебеҙҙе аңланыҡ. Атай-әсәйҙең ҡәҙерен белергә, уларҙы яратырға һәм хөрмәт итергә, ҡулдан килгәнсе ярҙамлашырға кәрәклегенә тағы ла нығыраҡ төшөндөрҙө был әҫәр. Авторға тағы ла уҡыусыһын уйға һалырлыҡ, фәһем бирерлек әҫәрҙәр яҙыуын теләйем.
Илнар АЗАМАТОВ.
Сибай ҡалаһы,
12-се мәктәп.