Йәй — сәскәләргә бай мәл! Мин үҙем дә сәскәләр яратам. Шуға ҡайҙа матур сәскә күрәм, тиҙ генә фотоға төшә һалам. Каникулымда әхирәтем Азалиә менән осрашып төрлө уйын уйнайбыҙ. Һеңлеләремде ҡарашам, әсәйемә лә ярҙам итергә өлгөрәм.
Ғаилә менән Шишмә районында урынлашҡан тарихи музейҙа булып ҡайттыҡ. Иҫтә ҡалырлыҡ булды.
Район китапханаһына барып, йәйгелеккә уҡырға бирелгән китаптарҙы алып уҡыным. Ҡыҙыҡлы әкиәттәрҙе кескәй һеңлем дә мауығып тыңланы.
Быйыл йәй еләк – емешкә лә бик бай булды. Төрлө ҡайнатмалар, һуттар эшләнек әсәйем, апайым менән. Ҡышҡа рәхәтләнеп, йәмле йәйҙе иҫкә төшөрөп сәй эсербеҙ әле.
Нәргизә ВӘЛИТОВА, VI синыф уҡыусыһы.
Ауырғазы районы,
Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы.