-9 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
"Минең өс айым"
3 Сентябрь 2025, 20:07

Туғандарым менән бергә!

Йәй – минең өсөн бәләкәй генә бер тарих. Беренсе айым имтихандар менән башланып китте.

Туғандарым  менән бергә!
Туғандарым менән бергә!

Аттестат алғас, Ҡолғона ауылына ялға ҡайттым. Йәйен туғандарым менән еләк-емеш йыйырға, бесән сабырға, баҡсалағы түтәлдәргә һыу һибергә яратабыҙ. Ауылыбыҙҙа үткәрелгән төрлө бәйгеләрҙә бергә ҡатнашырға тырышабыҙ.
Үҙем Айгиз Баймөхәмәтовтың «Урам балалары» тип аталған китабын уҡып бөтөп барам. Әлбиттә, һәр көнөмдө файҙалы үткәрергә тырышам.

 

Илнур ҒӨБӘЙҘУЛЛИН, йәш хәбәрсе.
Ишембай ҡалаһы,
Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт интернат-гимназияһы.

Туғандарым  менән бергә!
Туғандарым менән бергә!
Автор: Зөһрә Хәкимова
Читайте нас