-9 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
"Минең өс айым"
6 Сентябрь 2025, 13:05

Абхазияла булдым әле

Быйыл каникулда мин диңгеҙ буйына бар­ҙым, Кавказ тауҙарына мендем. Абхаз халҡы бик ҡунаҡсыл икән.

Абхазияла булдым әле
Абхазияла булдым әле

«Абхаз мәжлесе» тигән экскурсия бигерәк оҡшаны. Диңгеҙ буйлап теплоходта йөрөү, матур ағастар үҫкән баҡсалар, шарлауыҡтар хайран ҡалдырҙы. Айырыуса «Джип» автомобиле менән тауҙарға күтәрелеү ҡыҙыҡ ине.
Йәй көнө үҙебеҙҙең ҡала яны баҡсаһында уйнау, шешлектәр бешереү шәп булды. Ауылға ҡайтып сейә лә йыйҙыҡ, олатай һәм өләсәйемә ярҙам иттек, һыу индек.
Бына шулай күңелле үтеп тә китте оҙон йәйге ялым.

 

Самат ҒӘЛИЕВ,
IV cиныф уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы, 161-се лицей.

Абхазияла булдым әле
Абхазияла булдым әле
Автор: Зөһрә Хәкимова
Читайте нас