+30 °С
Ясно
VKOKМакс
"Минең өс айым"
16 Июля , 10:10

Йәйҙең бер көнө йылды туйҙыра

 Иртән тороуға өҫтәлдә — тәмле ҡоймаҡ, үҙебеҙ йыйған еләк ҡайнатмаһы менән тәмләп сәй эсәбеҙ. Күңелгә шул тиклем рәхәт, тик көндәр тиҙ генә үтә лә китә. Беҙҙең дә һәр көнөбөҙ күңелле һәм файҙалы үтә.

Тәбиғәт биргән муллыҡты ла йыйып ҡалырға тырышабыҙ. Мунсаға миндек әҙерләнек. Ике көн тәбиғәт ҡосағында сират көтөүен дә көттөк. Һабантуйҙа ла булдыҡ, ярыштарҙа ҡатнашып бүләктәр оттоҡ. Салауат районындағы "Властелин овец” исемле зоопаркка сәйәхәт ҡылдыҡ. Унда тәүис ҡошо бик оҡшаны, Африка дөйәғошон да күрҙек, үҙҙәре матур ғына! Хайуандарҙы кәбеҫтә, кишер менән һыйланыҡ.

Хәҙер йылға ла йөҙәбеҙ, ҡыҙынабыҙ. Әҙәби китап уҡырға, телевизор ҡарарға ла өлгөрәбеҙ.

Картуфты утап, ҡый-үләндән таҙарттыҡ, көн дә виктория еләктәрен йыйып торабыҙ. Еләк һаман емеш биреүҙән туҡтамай.

Кистәрен волейбол, баскетбол уйнайбыҙ. Хатта этебеҙ Джул беҙҙең менән уйнап, бер-нисә тубыбыҙҙы тиште лә инде. Хәҙер уны уйнатмайбыҙ, сынйырына бәйгә ҡуябыҙ.

Әле июль айының ҡап уртаһына ла килеп еттек. Был айҙы бәрәкәт айы тип тә йөрөтәләр бит. Сөнки күпләп емеш-еләк өлгөрә: ер еләге, ҡурай еләге, ҡарағат. Беҙҙә лә ишелеп уңды, йыйып ҡына өлгөр.

Яландарҙа игендәр тулыша, умарталар хуш еҫле бал менән тула. Тирә-яҡты күҙәтһәң, донъя гөр килә. Ҡарлуғастар балаларын осорға өйрәтә, сиртмә ҡойороҡтар ҙа балалары менән мәж килә, улар быйыл беҙҙең өй ҡыйығына оя ҡорҙо, беҙҙән сәпсим ҡурҡмайҙар. Хатта үҙҙәрен йорт хужаһы кеүек хис итәләр.

Быйыл ямғырҙар йыш яуһа ла, ҡояшлы көндәр ҙә беҙҙе шатландырып тора. Мәтрүшкә йыйҙыҡ, тағы ла миндек тә әҙерләнек.

Бына шулай. Йәйҙең бер көнө йылды туйҙыра, ваҡытты юҡҡа сарыф итмәйек, дуҫтар!

 

Рушана ҒИЛМАНОВА,
IX «Б» синыфы уҡыусыһы.
Дыуан районы,

Мәсәғүттәге Тимер Йосопов исемендәге республика интернат-лицейы.

Йәйҙең бер көнө йылды туйҙыра
Йәйҙең бер көнө йылды туйҙыра
Йәйҙең бер көнө йылды туйҙыра
Йәйҙең бер көнө йылды туйҙыра
Йәйҙең бер көнө йылды туйҙыра
Йәйҙең бер көнө йылды туйҙыра
Йәйҙең бер көнө йылды туйҙыра
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас