+30 °С
Ясно
VKOKМакс
"Минең өс айым"
16 Июля , 10:30

Йәйемдең матур көндәре

Йәй — һәр кемдең яратҡан миҙгеле. Каникулға сығыу менән ауылға өләсәйем янына ашығам.

Йәйемдең матур көндәреЙәйемдең матур көндәре
Йәйемдең матур көндәре

Ул матур тәбиғәтле Байым ауылында йәшәй. Мин уға өй эштәрендә ярҙамлашам. Ҡырға еләк йыйырға йөрөнөм туғандарым менән. Быйыл еләк бигерәк ныҡ уңды. Әҙерәк ямғыр ғына ҡамасаулай, көн дә емеш йыйырға.

Дуҫтарым менән рәхәтләнеп ауыл урамдары буйлап велосипедта елдерәбеҙ, футбол уйнайбыҙ. Тағы ла мәктәп баҡсаһында ла эшләп өлгөрҙөм синыфташтарым менән. Бергәләп түтәлдәргә һыу ҡойҙоҡ, ҡый үләндәрен утаныҡ. Тағы ла һаулығымды ла нығытырға онотманым. Өфөләге республика балалар клиникаһының хирургия бүлегендә дауаландым. Яңы уҡыу йылына яҡшы кәйеф һәм сәләмәт барырға мин әҙер, тиһәм дә була инде.

Фотола мин ике туған ағайым Вилдан менән еләк йыйғанда төшкәйнек. Ул Сибай ҡалаһында сәнғәт колледжының вокал бүлегендә I курсты тамамланы. Һыуыҡ ҡышҡы көндәрҙә йәйге матур мәлдәрҙе иҫкә төшөрөп, күңелде күтәреп торор әле.

 

Сынбулат ТОМАНШИН, V cиныф уҡыусыһы.
Баймаҡ ҡалаһы, 4-се лицей.

Йәйемдең матур көндәре
Йәйемдең матур көндәре
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас