

Ныҡ оҡшаны был сәйәхәтебеҙ! Йылы күлдә рәхәтләнеп һыу индек, аттракциондарҙа ла булдыҡ. Бигерәк тә мунса төшөү һәм пирстан һыуға һикереү иҫтә ҡалды. Кискеһен синыфташтар менән дискотекала арығансы бейенек. Бик күңелле булды! Бергәләп үҙебеҙ бешергән шешлек һәм былау менән һыйланыу ҙа ныҡ иҫтә ҡалды.
Атай-әсәйҙәребеҙгә әлеге сәфәрҙе ойоштороуҙа ярҙам иткәндәре өсөн ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. Синыф етәксебеҙ Миләүшә Миңнулла ҡыҙы Рәхимоваға, тәрбиәсе Лариса Ғаяз ҡыҙы Рәхимоваға, гимназияның директор урынбаҫары Альбина Әҙеһәм ҡыҙы Рязанцеваға һәм водитель Фәнүр Имаметдин улы Фәтҡуллинға рәхмәт. Беҙгә яҡшы кәйеф һәм ошо онотолмаҫ сәйәхәтте ойошторғандары өсөн ҡыуанып бөтә алмайбыҙ. Барығыҙҙы ла ихтирам итәбеҙ һәм һеҙгә һаулыҡ теләйбеҙ.
Матур ял, яҡшы кәйеф һәм күңелле хәтирәләр өсөн йәйебеҙгә лә рәхмәтлебеҙ.
Мәҙинә ХОДЖАКОВА, X «Б» синыфы уҡыусыһы.
Ғафури районы, Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт интернат-гимназияһы.