+20 °С
Ясно
VKOKМакс
"Минең өс айым"
23 Июля , 20:20

Байрамдан ҡыуанышып ҡайттыҡ

Өфөлә уҙған III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһында беҙҙең «Дуҫлыҡ» өлгөлө балалар ҡурайсылар ансамбле лә сығыш яһаны.

Байрамдан ҡыуанышып ҡайттыҡБайрамдан ҡыуанышып ҡайттыҡ
Байрамдан ҡыуанышып ҡайттыҡ

Беҙ Иван Якутов исемендәге парктағы программала ҡатнаштыҡ. Унда концерт, халыҡ һөнәрҙәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре, милли уйындар, флешмоб һәм матур-матур күргәҙмәләр булды.
Иң иҫтә ҡалғаны дуҫлыҡ әйлән-бәйлән бейеүе ине. Ул сәхнә алдындағы бөтә майҙансыҡты биләп алғайны. Был бейеүҙә барыһы ла ихлас ҡатнашты. Бик күңелле булды!
Төрлө милләт балаларының сағыу сығыштарын ҡараныҡ. Улар Рәсәй халыҡтарының мәҙәниәте ни тиклем бай икәнен күрһәтте.
Оҫталыҡ дәрестәре ололарға ла, балаларға ла ҡыҙыҡлы булды. Беҙ ҙә сығышыбыҙҙан һуң күргәҙмәләрҙе ҡарап сыҡтыҡ. Бәләкәй поезда йөрөнөк. Ойоштороусылар парк һәм ҡала тураһында күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәт һөйләне. Сара барыбыҙға ла ныҡ оҡшаны.
Уҡытыусыбыҙ Фәим Салауат улы Ғайсин етәкселегендәге беҙҙең ансамбль дә тырышып, матур сы­ғыш яһаны, тип уйлайым.
Ярҙамдары һәм беҙгә ышаныстары өсөн ойоштороусыларға һәм уҡытыусыбыҙға ҙур рәхмәт. Был байрамдан алған йылы тәь­ҫораттар күңелемдә оҙаҡ һаҡланыр әле.



Таһир РӘХИМОВ, йәш хәбәрсе.
Ауырғазы районы, Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы.

Байрамдан ҡыуанышып ҡайттыҡ
Байрамдан ҡыуанышып ҡайттыҡ
Байрамдан ҡыуанышып ҡайттыҡ
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас