+3 °С
Ясно
VKOKМакс
"Минең өс айым"
11 Августа , 18:20

Мәктәпкә әҙерләнә башланыҡ

Август - йәйҙең һуңғы айы. Каникул көндәре лә тамамланыуға табан бара.

Добавить в предпочтительные источники Google
Мәктәпкә әҙерләнә башланыҡМәктәпкә әҙерләнә башланыҡ
Мәктәпкә әҙерләнә башланыҡ

Хәҙер көндәр көҙгә тартым, иртән һалҡыныраҡ, тәбиғәттә лә үҙгәрештәр күренә. Баҫыуҙарҙа иген өлгөрә башланы, ҡайһы бер райондарҙа иген дә ура башланылар.  Ара-тирә ағастарҙа һары япраҡтар күренгеләй, ҡоштар ҙа моңһоуыраҡ һайрай башланы, буғай. Йәй ҙә үтеп бара. 
Беҙ ҙә каникулдарҙы иҫтә ҡалырлыҡ итеп үткәрергә тырыштыҡ: емеш-еләк, дарыу үләндәре йыйҙыҡ, бесән эшләнек, йылғала һыу индек, ҡояшта ҡыҙындыҡ. Йорт эштәрендә лә ҡатнаштыҡ. Ҡаҙ бәпкәләрен  ҡараныҡ. Буш ваҡытыбыҙ булыу менән төрлө ерҙәргә сәйәхәт ҡылдыҡ. Күңелле каникул көндәребеҙ бына шулай үтеп бара.
Әкренләп кенә мәктәпкә әҙерләнә башланыҡ. Ә һеҙ, дуҫтар, белем усағығыҙҙы һағындығыҙмы?

 

Рушана ҒИЛМАНОВА, IX «Б» синыфы уҡыусыһы.

Дыуан районы, Мәсәғүттәге Тимер Йосопов исемендәге республика интернат-лицейы.

Мәктәпкә әҙерләнә башланыҡ
Мәктәпкә әҙерләнә башланыҡ
Мәктәпкә әҙерләнә башланыҡ
Мәктәпкә әҙерләнә башланыҡ
Мәктәпкә әҙерләнә башланыҡ
Мәктәпкә әҙерләнә башланыҡ
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас