+27 °С
Облачно
VKOKМакс
"Минең өс айым"
20 Августа , 08:25

Шүлгәнташ хайран итте

Быйылғы йәй минең өсөн төп дәүләт имтихандары менән башланып китте. Еңел булмаһа ла, уларҙы уңышлы тапшырып, IX синыфты ҡыҙыл аттестат менән тамамланым. Ә уҡыу йылы бөткәс, синыфыбыҙ менән Бөрйәнгә сәйәхәткә сығып киттек.

Шүлгәнташ хайран иттеШүлгәнташ хайран итте
Шүлгәнташ хайран итте

Шүлгәнташ мәмерйәһендә ғаиләбеҙ менән ике тапҡыр булғайныҡ инде, бына тағы ла юл төштө. Ундағы хозурлыҡты күреп туйып булмай шул.
Бөрйәнгә ике көнгә юл тоттоҡ. Автобус менән барҙыҡ. Тәҙрәнән күҙҙе алып булмай. Башҡортос­таныбыҙҙың тәбиғәте бигерәк матур.
Килеп төшкәс, кафела тәмле бишбармаҡ менән һыйланылар. Ашап алғас, музей буйлап экскурсия көтә ине. Һоҡланғыс экспонаттарҙы ҡарап сыҡҡас, оҫталыҡ дәресе ойошторолдо. Унда беҙ тәүтормош кешеләре һымаҡ буяу яһап, ҡул менән стеналарға һүрәттәр төшөрҙөк.
Ҡуртымға алынған өйҙәрҙә йәшәнек. Кискеһен атай-әсәйҙәр беҙгә һыйлы табын әҙерләгәйне. Бергәләп рәхәтләнеп күңел астыҡ.
Иртәгеһен Шүлгәнташҡа барыу планлаштырылғайны. Туҡтамай тиерлек яуып торған ямғыр арҡаһында йылға кимәле ныҡ күтәрелгән булһа ла, мәмерйәгә тиклем Ағиҙелдә кәмәлә аҡтыҡ. Йылғанан тирә-яҡты күҙәтеп барҙыҡ. Мөһабәт тауҙар, ҡуйы урмандар! Хозурлыҡҡа хайран ҡалдыҡ. Тул­ҡындар ыңғайына тирбәлеп барыу ҙа күңелгә рәхәтлек бирҙе.
Мәмерйәгә тиҙ генә килеп еттек, сөнки йылға тәрән, ағым шәп ине. Шүлгәнташҡа инергә сират булманы тиерлек. Оҙаҡ көтмәнек. Шуныһы аптыратты: мәмерйәнән сыҡҡан һыу һоро төҫтә ине. Минең өсөн үтә күренмәле һыуҙы бындай хәлдә күреү сәйер тойолдо.
Бына экскурсия башланып китте. Көн эҫе булһа ла, эстә һыуыҡ. Инеп барғанда өҫтөбөҙгә тамсылар тыпылдай ине. Улар арҡаһында сталактиттар барлыҡҡа килә икән. Мәмерйә ҙур, киң булғас, баш әйләнеп китә, ә беҙ йөрөгән ерҙәр уның саҡ ҡына өлөшөн тәшкил итә. Экскурсовод стеналар­ҙағы һүрәттәрҙең күсермә булғанлығын, ысындары өҫкө ҡатта һаҡланғанын әйтте. Экскурсия барышында өҫкәрәк менергә кәрәк, унда бәләкәй генә тишеккә инеп китәһең. Ҡурҡыта. Баҫҡыстар буйлап ҡына йөрөһәк тә, мәмерйә эсе дымлы булғас, аяҡ аҫты тайғаҡ ине.
Йәшәгән урыныбыҙға юлды йәйәү үттек. Асыҡ һауала күңелле, рәхәт! Мәмерйәлә барыбер ҡараңғы, ҡурҡыныс.
Тамаҡ туйҙырып алғас, әйберҙәрҙе алып, Өфөгә ҡайтырға сыҡтыҡ.
Сәйәхәтебеҙ ныҡ оҡшаны.



Алтынай АҠМАНОВА, йәш хәбәрсе.
Өфө ҡалаһы, Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы.

Шүлгәнташ хайран итте
Шүлгәнташ хайран итте
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас