

Каникулымдың файҙаһын күрәм. Эше лә, ялы ла бергә. Тәбиғәт биргән муллыҡты йыйып ҡалырға тырышабыҙ. Мунсаға миндек тә әҙерләнек. Ике көн буйы мал көттөк. Һабантуйҙа ла булдыҡ, ярыштарҙа ҡатнашып бүләктәр оттоҡ. Салауат районындағы зоопаркка ла барып ҡайттыҡ. Унда тауисты, дөйәғошто күреп һоҡландыҡ. Бигерәк матурҙар! Хайуандарҙы кәбеҫтә, кишер менән һыйлау оҡшаны.
Көндәр эҫе тора. Беҙ эргәләге йылғала һыу инәбеҙ, йөҙәбеҙ. Ҡояшта ла ҡыҙынабыҙ. Өйгә ҡайтҡас, әҙәби китап уҡырға, телевизор ҡарарға ла өлгөрәбеҙ.
Кистәрен волейбол, баскетбол уйнайбыҙ. Беҙгә хатта этебеҙ Джул да ҡушылып китә. Тыйып булмай, үҙен сынйырға бәйләй һалабыҙ. Уны уйнатмайбыҙ, тубыбыҙҙы тишә лә ҡуя.
Эштән дә ҡурҡмайбыҙ. Баҡсабыҙҙағы картуфты утап, ҡый-үләндән таҙарттыҡ. Көн дә бешкән еләктәрҙе йыябыҙ.
Бына июль дә уҙып китте. Уны бәрәкәт айы тип тә йөрөтәләр бит. Быйыл емеш-еләк ныҡ уңды. Ер еләген, ҡурай еләген, ҡарағатты күп итеп йыйҙыҡ. Рәхәтләнеп һыйланырбыҙ инде ҡышҡыһын.
Яландарҙа иген башаҡтарға тулыша, умарталар хуш еҫле бал менән тула. Тирә-яҡты күҙәтһәң, донъя гөр килә. Һоҡланып туймаҫлыҡ. Ҡарлуғастар ҡошсоҡтарын осорға өйрәтә, сиртмә ҡойроҡтар ҙа балалары менән мәж килә. Улар быйыл өй ҡыйығына оя ҡорҙо, беҙҙән бер ҙә ҡурҡмайҙар. Хатта үҙҙәрен йорт хужаһы кеүек хис итәләр.
Ямғырҙар йыш яуһа ла, ҡояшлы көндәр ҙә беҙҙе шатландырып тора. Эйе, һәр миҙгел үҙенсә матур. Йәйҙең бер көнө йылды туйҙыра, тиҙәр. Шуны онотмайыҡ, дуҫтар! Йәйге ялыбыҙҙы файҙалы үткәрәйек!
Рушана ҒИЛМАНОВА, IX «Б» синыфы уҡыусыһы.
Дыуан районы, Мәсәғүттәге Тимер Йосопов исемендәге республика интернат-лицейы.