+21 °С
Ясно
VKOKМакс
"Минең өс айым"
21 Августа , 18:59

Иң иҫтәлекле мәлдәрем

Минеңсә, йәй – йылдың иң матур, иң күңелле миҙгеле. Уны ҡыҙыҡлы, файҙалы үткәрергә тырышам. Был яҙмамда иң иҫтәлекле ваҡиғаларға бәйле тәьҫораттарым менән уртаҡлашҡым килә.

Иң иҫтәлекле мәлдәремИң иҫтәлекле мәлдәрем
Иң иҫтәлекле мәлдәрем

Йәйге ялымдың беренсе айы һабантуйға әҙерлек менән башланып китте. Был халыҡ байрамында театрлаштырылған тамашала ҡатнаштым. Баш­ҡорт, урыҫ, татар, мари һәм удмурт бейеүҙәрен башҡарҙыҡ.
Шулай уҡ Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында уҙған журналистарҙың «Барыһы ла еңеү өсөн!» медиайыйынында булыу ҙа онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы. Унда «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина саҡырғайны. Был сарала Башҡортос­тан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров менән осрашыу бәхете лә тей­ҙе. Минең нисек ҡыуанғанымды күр­һәгеҙ!
Ә инде июль башында 14 йәшем тулды. Тыуған көнөмдө үҙенсәлекле итеп билдәләргә теләгән инем. Килеп сыҡты, ғаиләбеҙ менән Нефтекамаға юлландыҡ. Ҡала буйлап сәйәхәтебеҙ башланды. Яҡтылыҡ күлендә һәм «Сәләмәтлек һуҡма­ғы»нда булдыҡ. Был көндө беҙ эргәләге Николо-Берёзовка ауылында Кама йыл­ғаһын да күрҙек. Шулай ҙа иң оҡшағаны киске Нефтекама буйлап йөрөү, дуҫтар менән осрашыу булды, тип әйтер инем.
Кеше ҡайҙа ғына булмаһын, ниндәй гүзәл ерҙәрҙә йөрөмәһен, уның өсөн иң ҡәҙерле, иң матур урын – бәләкәй тыуған төйәге. Минең өсөн дә иң яҡыны – Үрге Йәркәйем. Бында ауыл тормошо үлсәмле һәм тыныс темпта, ҙур ҡалалар ығы-зығыһынан айырылып тора. Үҙебеҙҙең яҡтың тәбиғәте матурлығын күреп тә, яҙып та бөтөп булмай. Мин һәр йылды ла шул хозурлыҡ донъяһында булып ҡайтырға тырышам. Ғаиләбеҙ менән Ағиҙел буйына барып ял итеп, һыу инеп рәхәтләндек.
Август айым күберәк эш менән үтте. Баҡсабыҙ тулы емеш-еләк, уңыш мул булды. Өләсәйемә уларҙы йыйырға, эшкәртергә ярҙам иттем. Беҙ уның менән ҡаҡ яһарға яратабыҙ: алманан да, ҡарағаттан да, грушанан да. Бигерәк тәмле була!
Бына шулай ял итеп кенә ҡалманым, күп эштәр ҙә башҡарып өлгөрҙөм. Мәктәбемә яҡшы кәйеф менән барырмын әле.



Азалиә ФАЗДАЛОВА, йәш хәбәрсе.

Илеш районы, Үрге Йәркәйҙәге 4-се мәктәп.

Иң иҫтәлекле мәлдәрем
Иң иҫтәлекле мәлдәрем
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас