+21 °С
Ясно
VKOKМакс
"Минең өс айым"
21 Августа , 19:15

Һыйыр һауырға өйрәндем

Ауыл ерендә мал тотмай йәшәү мөмкин түгелдер. Сөнки күңелһеҙ ҙә, ниҙер етмәгән кеүек булыр ине. Минең атайым менән әсәйем дә электән күп мал аҫрай.

Һыйыр һауырға өйрәндемҺыйыр һауырға өйрәндем
Һыйыр һауырға өйрәндем

Һыйырҙарыбыҙ ғына биш баш. Әсәйем һәр көн иртәле-кисле һәүкәштәрен ҡул менән һауып, айыртаһын айыртып, һөт йыйыусыға тапшыра торғанын алдан һөҙөп әҙерләп ҡуя. Ә тәмле ҡаймаҡ, ҡатыҡ, ҡорот, ҡыҙыл эремсек, аҡ һәм һары майҙар өҫтәлебеҙҙән йыл әйләнәһенә өҙөлмәй. Килгән ҡунаҡтарға ла ауыл байлығынан өлөш сыға.
Әсәйемдең һыйыр һауғанын күҙәткәнем бар. Өлгөрлөгөнә, уңғанлығына хайран ҡалам. Үҙемдең дә һыйыр һауырға өйрәнгем килә ине. Ниһайәт, был көн етте. Әсәйем ҡаршы булманы. Минең теләгемде белгәс, көтөүҙән ҡайтҡан йәш һыйырҙы бәйләп, тибенмәһен өсөн аяҡтарын тышап бирҙе. Нисегерәк һауырға икәнде лә күрһәтте. Тиҙ отоп алдым. Һыйыр ҙа ят итмәне. Тыныс ҡына һауҙыр­ҙы. Ярты биҙрә һөт сыҡты. Ныҡ ҡыуандым.
Хәҙер көн дә кис әсәйемә һыйыр һауышам. Уға ярҙам кәрәк бит.



Асия ӘСФӘНДИӘРОВА, йәш хәбәрсе.
Ауырғазы районы, Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы.

Һыйыр һауырға өйрәндем
Һыйыр һауырға өйрәндем
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас