

Һәр йәйгә ғаиләбеҙ менән алдан план ҡорабыҙ. Ҡайҙа барабыҙ, нисек ял итәбеҙ, нимәләр эшләйбеҙ — барыһын да бергәләп һөйләшәбеҙ. Йыл да был миҙгел үҙенсәлекле, хәтерҙә матур хәтирәләр булып иҫтә ҡала. Гел ял менән генә лә үткәрмәйбеҙ уны. Ҡышҡылыҡҡа әҙерләнәбеҙ. Йәйҙең бер көнө йылды туйындыра, тип бушҡа әйтмәгәндәр ҙә инде. Урманға барып миндек бәйләнек, еләк, дарыу үләндәре йыйҙыҡ, бесән эшләнек.
Йыл да яңы иҫтәлекле урындарҙы күрергә тырышабыҙ. Быйылғыһында Әбйәлил районында урынлашҡан «Урал батыр» паркына сәйәхәт ҡылдыҡ. Бик матур, һоҡланғыс яҡ. Ә бына Шүлгәнташ мәмерйәһендә йыл да булабыҙ. Сөнки беҙгә унда ныҡ оҡшай, барған һайын тағы барып күрге, Ағиҙел буйында ял итке килә. Тағы ла яратҡан урыныбыҙ — Яҡтыкүл. Был күлдең һыуына ҡойоноп сығыу беҙҙең йолаға әйләнде лә ҡуйҙы. Ә үҙебеҙҙең Талҡаҫты әйтеп тә тораһы юҡ инде! Йылы көндәрҙә көмөш һыулы күл буйынан ҡайта белмәйбеҙ.
Бына шулай йәйге каникулым үтеп тә бара. Уҡыуҙар башланырға һанаулы ғына көндәр ҡалды. Шул тиклем шәп үтте каникулым. Хуш бул, быйылғы йәйем! Ҡышҡы һыуыҡ көндәрҙә һине һағынып иҫләп алырмын әле.
Әмилә МЫРҘАҒӘЛИНА, V cиныф уҡыусыһы.
Баймаҡтағы 4-се лицей.