

Бер көндө урманға барырға булдыҡ. Ундағы тәбиғәттең матурлығын һүҙ менән генә аңлатып бөтөрлөк тә түгел: хуш еҫле сәскәләр, ҡоштар һайрауы... Беҙ ҡайын еләге лә йыйҙыҡ. Һауыттарыбыҙ тулғас, термостағы хуш еҫле сәйҙе эсеп алдыҡ. Ҡалай тәмле икән! Ҡайтҡас, әсәйем менән ҡышҡылыҡҡа ҡайнатма һәм һут әҙерләнек.
Каникулымда мин ҡәҙерле өләсәй-ҡартатайыма ҡунаҡҡа ла барҙым. Уларға баҡсала үҫтергән емеш-йәшелсәләргә һыу һибергә һәм ҡый үләндәрен утарға ярҙам иттем. Ҡартатай менән бергә умарталыҡҡа бал ҡорттарын ҡарарға йөрөнөк. Ә өләсәйем ҡоймаҡ ҡойоп һыйланы.
Шулай уҡ дуҫтарым менән һыу инергә, велосипедта йөрөргә һәм кистәрен усаҡ янында ултырырға ла ваҡыт булды. Китаптар ҙа уҡыным, математиканан миҫалдар ҙа систем. Уҡытыусым биргән исемлек буйынса китапхананан алған китаптарҙы ла уҡып бөттөм.
Бына шулай йәй ҙә үтеп бара. Каникулымда матур ял иттем, көс йыйып өлгөрҙөм.