-33 °С
Ясна
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Нисек йәшәйһең, ауыл мәктәбе?
15 Ноябрь 2019, 15:50
Нисек йәшәйһең, ауыл мәктәбе?
Мөрсәлим мәктәбе ҙур ғына. Барлығы 319 уҡыусы белем ала. Бында Башҡорт Илсекәйе, Урыҫ Илсекәйе, Яңы Сүрәкәй, Ҡарағол ауылдарынан да йөрөп уҡыйҙар. Уларҙы иртән автобус килтереп, кире алып барып ҡуя. Ауыл мәктәбе булһа ла, оҙайлы көн төркөмө лә эшләй.
Директорҙың уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Гөлшат Байрамова һөйләүенән йыл һайын белем усағын тамамлаусыларҙың 72 проценты уҡырға инеүен дә белдек. Былтыр, мәҫәлән, ете сығарылыш синыфы уҡыусыһының бишәүһе – юғары, икәүһе урта махсус уҡыу йорто студенттары булып киткән. Күптәрҙең техник белем алыуҙы, медицина юлын һайлауы осраҡлы түгел. Сөнки был мәктәптә уҡытыу химия-биология йүнәлешендә алып барыла.
– Беҙҙең мәктәптә 33 уҡытыусы эшләй. Уларҙың 29-ы – юғары, 4-әүһе – беренсе категориялы. Балаларыбыҙ бик һәләтле, район, республика кимәлендә уңыштарыбыҙ етерлек. Уҙған уҡыу йылында һүрәт төшөрөү буйынса интернет-конкурста күп уҡыусыларыбыҙ призлы урындар яуланы. Быйыл шиғырҙарҙы яттан һөйләү бәйгеләрендә Динар Закиров, Алмаз Басиров, Айнур Ҡасимовтар III урынға сыҡты. Төрлө фәндәр буйынса район олимпиадаларында ла һынатҡаныбыҙ юҡ, – ти Гөлшат Данис ҡыҙы.
Белем усағына ингәндә үк уның янындағы биләмәнең төрлө һындар менән биҙәлеүенә иғтибар иткәйнек. Һөйләшкән ваҡытта уларҙың мәктәп яны участкаһы район кимәлендә беренсе урын яулауын ишетеп ҡыуандыҡ. «Белем биреү учреждениеларының иң яҡшы сайты» Бөтә Рәсәй конкурсында ла иң-иңе булып танылғандар икән.
Үҙе математик булһа ла...
Мәктәп музейында
Салауат районы.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?
Фильмдар
Һеңлекәш
Өс таған
Өфөнән һөйөү менән