-1 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Шиғри күңелле Гөлсөм

Гөлсөм Әлибаева Яңы Таймаҫтағы Рәшит Солтангәрәев исемендәге гимназияла белем ала. Уҡыуҙа һынатмай, VII синыфты «дүртле» һәм «бишле» билдәләренә генә тамамланы.

Бик хисле ҡыҙ ул, шиғырҙар ҙа яҙа. Ижад емештәрендә тыуған йорт, ғәзиз кешеләре, йыл миҙгелдәре, хайуандар темалары сағылыш таба. Бер нисәүһе «Аҡбуҙат» журналында донъя күргәне лә бар.

– Мин уның шиғыр яҙғанын белеп ҡалдым да бергәләп өҫтәмә шөғөлләнә башланыҡ. Беҙ төрлө конкурстарҙа ла ҡатнашабыҙ.

Уҙған йылда республика кимәлендә «Туҡай моңдары» шиғыр һөйләүселәр бәйгеһендә еңеп сыҡты. «Башавтотранс»тың 100 йыллығына арналған конкурста «Рәхмәт һеҙгә, водителдәр» шиғыры менән иң-иңе булды. Әле «Аҡбуҙатта ҡунаҡта» балалар һәм үҫмерҙәр ижады республика фольклор фестивалендә беренсе урын яуланы, – ти башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлназ Флүр ҡыҙы Әҙеһәмова, ҡәләм тибрәткән ҡыҙҙың уңыштарын барлап.

Гәзит уҡыусыларына Гөлсөмдөң шиғри күстәнәстәрен дә тәҡдим итеп, илһам ҡанаттары талмауын теләйбеҙ.

Г. РАМАҘАНОВА.

Көйөргәҙе районы.

Йыл миҙгелдәре матур,
Үҙенсә матур
Йәйғор кеүек бик күркәм.
Уларҙың төрлөлөгөн
Үҙ ваҡытында күрәм.
Ҡыш көнө яуа ҡарҙар,
Яҙын йәм-йәшел донъя.
Йәйен ҡояш ҡыҙҙырһа,
Көҙөн ямғырҙар яуа.
Бына шулай һәр миҙгел
Үҙенсә матур ғына.
Уларҙың биҙәктәре
Күңелгә ятыр ғына.
Бесәйем
Бар беҙҙең өйөбөҙҙә.
Үҙен гел һыйлап торабыҙ,
Йылы һөт ҡойоп көн дә.
Сысҡан тота ул йүгереп,
Ялҡауланып тик ятмай.
Яныма килеп етә лә
Бер туҡтауһыҙ мырылдай.

Гөлсөм ӘЛИБАЕВА, VII синыф уҡыусыһы.

Читайте нас: