-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Тирә-яҡ мөхит аҙналығы

Мәктәбебеҙҙә күңелһеҙләнергә һис тә ваҡыт юҡ. Һәр көнөбөҙ ҡыҙыҡлы уҙа. Яңыраҡ тирә-яҡ мөхит аҙналығы үтте. Башланғыс синыфтар мауыҡтырғыс сараларға, конкурстарға йәлеп ителде.

Тирә-яҡ мөхит аҙналығы
Тирә-яҡ мөхит аҙналығы

Аҙнаның бер көнөндә йәшелсәләрҙән төрлө әйберҙәр яһаныҡ. Ата-әсәләр менән матур тәбиғәт мөйөшө булдырҙыҡ. Унда таяҡсаларҙан ситән үрҙек, ҡабаҡтан өй, сәскәләрҙән, бәләкәй йәшелсәләрҙән баҡса эшләнек.
Икенсе көндө шиғыр һөйләүселәр конкурсы ойошторолдо. Ул алтын көҙгә арналды.
Ә иң күңеллеһе «Көҙгө бал» булды. Унда беҙ Көҙ батыры менән Көҙ һылыуын һайланыҡ. Синыфташым Байназар Рахманғолов уңышҡа өлгәште, үҙен Көҙ батыры исемен алыуы менән ҡотлайым!
Аҙналыҡтың үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ.


Фәнзилә АБДУЛЛИНА, IV «А» синыфы уҡыусыһы.
Хәйбулла районы, Аҡъярҙағы 3-сө мәктәп.

Тирә-яҡ мөхит аҙналығы
Тирә-яҡ мөхит аҙналығы
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: