-2 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Яраттарҙан өлгө алырға була

Күптән был белем усағына юл төшкәне юҡ ине. Беҙҙе көтөп торғандар, ихлас ҡаршы алдылар. Осрашыуға уҡыусылар ҙа, уҡытыусылар ҙа йыйылғайны.

Яраттарҙан өлгө алырға була
Яраттарҙан өлгө алырға була

Мәктәп директоры Миләүшә Азамат ҡыҙы Юлдашбаеваның бик әүҙем етәксе, төрлө сараларҙы оҫта ойоштороусы икәнен яҡшы беләбеҙ. Әйткәндәй, ул махсус хәрби операция башланғас та, иң беренселәр­ҙән булып ауылдаштарына яугирҙар өсөн һаҡселтәрҙәр үреү ысулын өйрәтә. Улар өсөн оҫталыҡ дәрестәре үткәреп тора. Шунан инде район буйлап таралып китә был шөғөл. Мәктәптә лә уҡыусылар тәнәфес ваҡыттарында йыйылып был эште теләп башҡара. Беҙ барған көндө лә Искәндәр Мөхәмәтйәнов (VIII синыф), Данис Сирбаев (VII синыф) һәм Айҙар Мыр­ҙабулатов (VI синыф) һаҡселтәрҙәр үреү менән мәшғүл ине.
Уҡыусылар яуҙағы һалдаттарға йыш ҡына посылка ла әҙерләй. Хатта Яңы йыл бүләге итеп, яугирҙарға сувенир аттар эшләп ебәргәндәр. Уның бер яғына — «Яраттан һөйөү менән», икенсе яғына «Бәхет бүләк итәм» тип яҙып ҡуялар.
Был белем усағына күрше Йәрмөхәмәт һәм Ғүмәр ауылы балалары ла килеп белем ала. Мәктәптә көн дә төрлө саралар ойошторолоп тора. Беҙ Милли ризыҡ көнөнә арналған флешмоб барған ваҡытҡа тура килдек. Технология уҡытыусыһы Дилара Камил ҡыҙы Йәнбирҙина башҡорт милли аштары әҙерләү буйынса бай йөкмәткеле оҫталыҡ дәресен үткәрҙе. Улар алдан ҡурып килтерелгән ҡурмастан талҡан тартып, унан тәмле ризыҡ әҙерләне, ҡаҡ ҡойҙо һәм ҡош теле бешер­ҙе. Ҡыҙҙар оҫтарып бөткән, ҡулдарына күҙ эйәрмәй. Таныш булығыҙ: Гөлйөҙөм Үҙәнбаева, Наҙгөл Ҡарамырҙина, Илүзә Әхмәрова (VI синыф), Наҙгөл Хәсәнова, Нургизә Хәсәнова, Айзилә Дәүләтшина, Алтынай Дәүләтбаева (VII), Дилә Ҡарамырҙина (VIII синыф), Лилиә Ғәҙелшина һәм Розалиә Дәүләтбирҙиналар (IX синыф).
Мәктәптә шундай йылы мөхит, уҡыусыларҙың тәртипле, үҙ-ара бик татыу аралашҡандарын күреп ҡыуандыҡ. Егеттәр ҙә йүгереп кенә тора, ҡыҙҙарға бар яҡтан ярҙамлаша. Бигерәк тә X синыфта уҡыған егеттәр Айназ Мырҙаҡаев менән Ғайса Үҙәнбаев маҡтауға ла­йыҡ. Уҡыусылар матур концерт номерҙары ла күрһәтте. Сығыштарын һоҡланып ҡарап ултырҙыҡ. Айназдың игеҙәге Айһылыу Мыр­ҙаҡаева ныҡ матур бейей. Үҙе оҫта һү­рәт төшөрә, ҡул эше­нә лә маһир икән.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте бүл­мәһендә ҡыҙыҡ­лы осрашыу булды. Унда гәзитебеҙ хаҡында һөйләшеп алдыҡ. Был бүлмә матур итеп биҙәлгәйне. Юҡ­ҡа ғына республика буйынса «Иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеты» исеменә лайыҡ булмаған инде.
– Башҡортостан етәкселеге тарафынан мәғариф өлкәһенә лә ҙур иғтибар бүленә, яңынан-яңы проекттар тормошҡа ашырыла. Әлеге мәртәбәле бәйгелә мәктәбебеҙҙең еңеп сығыуына ныҡ һөйөндөк, — ти башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Миләүшә Сафина.
Миләүшә Камил ҡыҙы — бик күп Маҡтау ҡағыҙҙарына эйә булған юғары категориялы өлгөлө педагог. Уның уҡыусылары йыл һайын район һәм республика олимпиадаларында еңеүсе һәм призёр булып таныла. Улар араһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара бәйгелә уңышҡа ирешкән X синыф уҡыу­сыһы Нәргизә Үҙәнбаева ла бар.
– Башҡорт телен ныҡ яратам. Бәйгеләрҙә етенсе синыфтан ҡатнашып киләм. Уҡытыусым Миләүшә Камил ҡыҙына рәхмәтлемен. Ул гел дәртләндереп, илһамландырып ҡына тора. Былтыр грант буйынса өс мең аҡса ла алып ҡыуанғайным. Әле түбән синыфтар­ҙағы ҡыҙҙарға үҙем белгәндәрҙе өйрәтәм. Улар ҡыҙыҡһынып, өйрәнергә әҙер генә тора. Кем ниндәй һорау менән килә, барыһына ла ярҙам итергә тырышам, – ти Нәргизә.
Ул — матур ғаиләлә дүртенсе бала. Үҙ фекере, һәр нәмәгә үҙ ҡарашы булған, үҙ аллы эшләргә яратҡан, аҡыллы был ҡыҙға ҡарап һоҡланырлыҡ. Иркә исемле атында оҫта һыбай йөрөй. Ҡурайҙа ла уйнай. Ул мәктәптә үткәрелгән бар сараларҙың уртаһында ҡайнай. Үҙе оҫта алып барыусы ла. Ваҡыт ҡәҙерен белә Нәргизә. Уның һәр сәғәте алдан планлаштырылған. Кискеһен әҙәби китап уҡырға ярата. Хикәйәләр яҙа икән.
Был мәктәптә беҙҙе ҡыуандырҙылар. Күрһәтерлек, маҡтанырлыҡ эштәре күп. Бигерәк тә туған телебеҙҙе өйрәнеүгә, үҫтереүгә ҙур иғтибар бүләләр. Улар «Йәншишмә» менән дуҫлыҡты нығытырға, гәзитебеҙгә күберәк яҙылырға ла һүҙ бирҙе. Яраттарҙы башҡаларға өлгө итеп ҡуйырға була.


Зөһрә ХӘКИМОВА.
Баймаҡ районы, Ярат мәктәбе.
АВТОР фотолары.

Яраттарҙан өлгө алырға була
Яраттарҙан өлгө алырға була
Яраттарҙан өлгө алырға була
Яраттарҙан өлгө алырға була
Яраттарҙан өлгө алырға була
Автор: Зөһрә Хәкимова
Читайте нас