

Ер йөҙөндә кем генә булмаһын, ҡайҙа ғына эшләмәһен, ул ҙур тулҡынланыу менән үҙенең тәүге китабын – әлифбаны ҡулға алғанын иҫкә төшөрә. Балалар өсөн был байрам ғына түгел, ә мәктәптәге белем донъяһының беренсе ҙур этабы үтеү ине. Улар хәрефтәрҙе өйрәнеп уҡырға һәм яҙырға өйрәнде бит.
Сәхнәлә балалар шиғыр һөйләп, йырлап һәм бейеп тә алдылар. Шулай уҡ был байрамда III синыф уҡыусыларының ҡатнашыуы ла сараға матур йәм өҫтәне. Улар ярҙамсы һәм остаз ролендә сығыш яһаны. Бындай бәйләнеш өлкән һәм кесе синыфтар араһындағы дуҫлыҡты нығытып, яуаплылыҡҡа өйрәтә лә инде.
Байрам бөтәһенә лә оҡшаны.
Фото: Айгөл СӘЛИХОВА-ҠУНЫСБАЕВА.