+14 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Оҫталыҡ дәрестәре
7 Октябрь 2019, 12:54

Йорт ҡуянының ниндәйен тоҡомға ҡалдырырға?

5-се дәрес Йорт ҡуянының ниндәй тоҡомон һайлар­ға икәнен аныҡланыҡ. «Ҡайҙан алырға?» тигән һорауға ла яуап эҙләнек. Хәҙер эш уңышлы барһын өсөн ҡуяндың алты айға тиклем үҫкәнен көтөргә кәрәк.

Ҡайһы берәүҙәре дүрт айҙан аталандырыуға әҙер була. Әммә тоҡом көслө, инәләре балаларын ҡарауға әҙер булһын тиһәк, уларҙы – алты айҙан, фландерҙарҙы иһә һигеҙ айҙан һуң ғына бергә ҡушырға мөмкин. Бының өсөн инә ҡуянды ата ҡуяндың ситлегенә ултыртырға кәрәк. Тик оҙаҡҡа түгел. Сөнки ата ҡуяндың тешләүе, йәрәхәтләүе ихтимал. Бер-ике сәғәт ваҡыт етә. Махсус блокнотта ошо көндө билдәләп ҡуям. Хәҙер бөтөнләй анһат ысул таптым – ситлеккә аҡбур менән яҙам.

Ошо көндән алып инә ҡуяндар айырым иғтибарҙа була. 30 көн уларҙы ныҡлап ашатам, борсомаҫҡа тырышам. Ояһына бесәнде күберәк һалам.

Инә ҡуян нәҫел килтергәс, уға тәмлекәстәр биреп, ипләп кенә ояһын ҡарайым. Ғәҙәттә, үлгән балаларын үҙе ситкә һала, йә бөтөнләй тышҡа сығарып ҡуя. Уларҙы алырға кәрәк. Артабан бары тик шатлыҡлы ваҡиғалар ғына көтә. Һарайҙа бәләкәй шешҡолаҡтар булмай торһа, хатта ҡарауы ла күңелһеҙ икән. Күҙҙәрен асыу менән ҡуян балалары ашау эҙләй, бесән ҡапҡылаштыра башлай. Мәҙәктәре күбәйә. Ошо мәлдә үк ояла ҡайһыныһы көслөрәк, шуғыраҡ икәнлеген белергә була. Эрерәктәрен алдан күҙләп ҡуям. Бынан тыш, тиреһенең төҫө лә минең өсөн ҙур әһәмиәткә эйә: ҡыҙғылт һары һәм көлһыу төҫлөләрен нәҫелгә ҡалдырырға тырышам. Ҡара ҡуяндарҙан бөтөнләй баш тарттым.

Ҡышҡыһын һәм яҙ башында тыуған ҡуян­дарҙың иммунитеты һәйбәт була. Уларҙы артабан үрсетеүгә ҡалдырыу иң яҡшыһы. Әгәр инә ҡуян даими рәүештә юғалтыуһыҙ 5-тән ашыу нәҫел килтереп, балаларын һәйбәт ҡараһа, ошо тоҡомдо һайлайым. Шулай итеп, әгәр ике инә, бер ата ҡуян алдығыҙ икән, артабан уларҙы үрсетеү – туҡтауһыҙ эш процессы. Был инәләрҙән алған ҡуяндарға ситтән ата һатып алыу иң отошлоһо. Ҡанды алмаштырып тороу тик файҙаға ғына. Бер ҡуянды 2 – 3 йыл тәрбиәләргә була. Артабан уны тоҡомға ҡалдырыуҙың фәтеүәһе юҡ.

Ҡуяндарҙы иткә генә үрсеткәндә тоҡомлоларҙы тоҡомһоҙға ҡушыу осраҡтары йыш осрай. Был үҙен ниндәйҙер кимәлдә аҡлай ҙа. Тоҡомһоҙ инәне тоҡомло атаға ҡушһаң, балалары эрерәк, көслөрәк бу­ла. Тик был ҡуяндарҙы иткә генә ҡулланырға кәңәш итәм. Ни өсөн тигәндә, артабан алынған тоҡомдоң ауырыуҙарға иммунитеты булмай, тоҡом сифаттарын да юғалта.

Һарайҙағы йорт ҡуяндарының тоҡомон һаҡлау өсөн иҫәп дәфтәре алып барырға кәрәк. Үҙем бер бағанаға инә ҡуяндарҙың исемдәрен яҙам. Мәҫәлән, сентябрҙә ике ҡуянымдың балалары бар: ояһында нисә икәнлеген теркәп ҡуям. Ошоларҙан тоҡом ҡалдырһам, исем ҡушып, исемлеккә индерәм. Йыл аҙағында инә ҡуяндың нисә тапҡыр һәм күпме бала килтергәнен иҫәпләйем. Артабан уны ҡалдырырғамы, юҡмы икәнлеге күренеп тора.

Тәжрибәле ҡуянсылар тоҡомсолоҡ эшен өс өлөшкә бүлә: 60 – 90 көн дауамында ҡуян балаларын ояһында күҙәтә. Икенсе этап – инәһенән айырғас. Был осор ҡуян балалары өсөн иң ауыры. Ошо мәлдә улар ауырыуға дусар була, һәләк булыу­ҙары ихтимал. Араларынан көслөһөн һайлап алыуы ҡыйын түгел. Ә бына өсөнсө этап ҡуян тотҡан хужа өсөн ауыр. Тоҡомға ҡалдырылған инә ҡуян тәүге тапҡырҙан уҡ һәйбәт инә булып китә алмай. Был бик һирәк осраҡта ғына уңышлы була (мәҫәлән, минең тәжрибәмдә). Йә ул йөнөн йолҡоп, оя эшләмәй, шуға балалары өшөп үлә. Йә ашата белмәй, йә ҡыҙғанып, бәләкәсен тапап үлтерә. Ундай ҡуяндарға икенсе тапҡыр үҙен һынап ҡарарға мөмкинлек бирәм. Әгәр ҙә тағы ла уңышлы булмай икән, был инә менән хушлашырға тура киләсәк.

Ата ҡуянға килгәндә: ул – һарайҙа хужа! Үҙенең баһаһын белә. Көслө, ысын ир-ат кеүек! Һуғышҡан, сапсышҡан, тешләшкән ата ҡуянды ҡалдырмайым. Башҡаларын да бер йылдан ашыу тотмайым. Йыш алмаштырам. Күпселек ваҡытта ситтән һатып алам. Миңә шулай уңайлыраҡ. Ун инәгә бер ата ҡуяны етә. Ә тоҡомлоларға ҡараш ошолайыраҡ: бер ата ҡуян, ике инә һатып алам. Тоҡом оҡшаһа, артабан үрсетергә инәләргә яңы ата ҡуян алам.

Тоҡомға ҡуян ҡалдырырға теләһәгеҙ, нимәгә иғтибар итергә кәрәк?

1. Тәү сиратта, ҡуяндың кәүҙәһенә ҡарайым. Тоҡом сифаттарын һаҡлаймы ул? Һөлдәһенең төҙөлөшө дөрөҫмө? Күкрәге тар, аяҡтары кәкре, эсе төшөп торған булырға тейеш түгел.

2. Тоҡомло инәне икенсе тоҡомло ҡуян менән ҡушһағыҙ, балаларын тоҡомға ҡалдырырға кәңәш итмәйем.

3. Бер-береһенә яҡын туған булған ҡуяндарҙы ҡушырға ярамай. Уларҙың балалары ауырыу йә зәғиф булып тыуыуы ихтимал.

4. Итле һаналған ҡуянды йөнлө йәки декоратив ҡуян менән ҡушмағыҙ.

5. Һайлап алыу иң ҡыйыны. Шулай ҙа артабанғы үҫеш өсөн иң әһәмиәтле мәл. Яңылышып ҡуймағыҙ.


Лилиә НУРЕТДИНОВА.

Өфө ҡалаһы.
Читайте нас: