-5 °С
Болотло
VK
OK
Telegram
Бөтә яңылыҡтар
Оҫталыҡ дәрестәре
14 Октябрь 2019, 12:41
Йорт ҡуяндарының тиреһен ни эшләтергә?
6-сы дәрес Ҡуяндарҙы, тәү сиратта, ит өсөн тотабыҙ. Баштараҡ һуйғандан һуң беҙ тиреләрен ташлай торғайныҡ. Миңә улар гел йәл ине. Бала саҡтан ҡуян тиреһенән жилеттар тегергә хыялландым.
Ҡуян тиреһе бер йылға түҙә, ти халыҡ әйтеме. Ә бына Диләнең жилетына өс йыл булды. Әсәйемдекенә – ике йыл. Тиреһе һаман матур. Үҙе йылы һәм йомшаҡ ҡына.
Тире эшкәртеүҙән ҡурҡмағыҙ. Бына һеҙгә файҙалы кәңәштәр:
1. Ҡуян 8 айҙан өлкәнерәк булһын. Ә йәш ҡуяндың тиреһе йоҡа, йөнө матур түгел.
2. Уларҙы төләү (линька) ваҡытында һуймағыҙ.
3. Ҡуяндарҙы тире өсөн ҡар ятҡас, һыуыҡтар башланғас, һуйырға кәрәк.
Үткән дәрестә йөнлө ҡуяндар тураһында һөйләшкәйнек. Мин уларҙы быйыл ғына алдым. Тоҡомло йөнлө ҡуяндарҙың хаҡы: бер башы – ике мең самаһы. Мәшәҡәте лә байтаҡ. Әлбиттә, уларҙы үрсетеүе ауыр. Инә ҡуянды икенсе ышаныслы инә менән бер көндө аталандырып, балаларын шул инәгә һалырға була.
Был ҡуяндарҙың йөнөн айына бер тапҡыр ҡырҡып торорға кәрәк. Бер алғанда 300 – 500 грамм йөн сыға. Ул йомшаҡ, йылы. Бейәләй, ойоҡбаш өсөн хәтәр шәп. Йөндөң 100 граммын 400 һумға һатырға була. Йөнлө ҡуянды беренсе тапҡыр йөнөн ҡырҡҡанда, сапсыр, матур итеп ҡырҡып булмаҫ, тип борсолғайным. Шатлығыма, ҡул тейҙереү менән ҡуян тыныс ҡына ятты, рәхәтләнеп йөнөн ҡырҡтым. Оҙон йөн үҙҙәренә лә ҡамасаулайҙыр, күрәһең. Тауыш-тын да сығарманы. Хәҙер мин дә оҫтарҙым. Шарт-шорт ҡырҡам. Йөнө оҙон, эшкәртеүгә лә уңайлы. Йөнлө ҡуяндарҙың төҫө лә матур. Әгәр йөн өсөн генә тәрбиәләргә уйлаһағыҙ, инә ҡуянды нәҫел килтертмәйенсә биш йыл тоторға мөмкин.
Быйылға беҙҙең пландар ҙур булмаҡсы. Үҙемә һәм ҡыҙыма ҡуян туны тектерергә уйлайым. Бының өсөн миңә – 25, ҡыҙыма 20 тире кәрәк. Уның төҫө лә бер иш булыуы мөһим. Ошо матур хыялым тормошҡа ашһа, был хаҡта хәбәр итермен әле.
Лилиә НУРЕТДИНОВА.
Өфө ҡалаһы.
Читайте нас:
Редакция һайлауы
Матбуғат
17 Май , 10:58
Яҙыл да бүләк от!
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?
Повестар
Ҡайын һуты
Бала тараҡандың мыйыҡ уйнатҡаны...
Ҡунаҡ малай
Конкурстар
«Ҡышҡы әкиәт»
«Ҡоштарға ашхана»
«Беҙ — Бала саҡ иленән»
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Алтынсылар “Йәншишмә”гә яҙылды
Нисек ҡыуанғанымды күрһәгеҙ!
Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын
Хикәйәләр
Һунарсы терпе
“Смотрильщик”
Ауылымдың аҡ өйҙәре
Фильмдар
"Тыуған көн"
Елғыуар
Салауат Юлаев
Әкиәттәр
Ҡуян менән Төлкө
Тыңлауһыҙ төлкө балаһы
Суҡлыҡайҙың ҡурсаҡтары
Тестар
Кемдең дуҫы кем?
Географияны яҡшы беләһеңме?
Йыһанды беләһегеҙме?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Трамвайҙағы танышыу
Һиңә тиң түгел, тигәндәр...
Бергә була алманыҡ...