-1 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Оҫталыҡ дәрестәре
25 Октябрь 2019, 13:57

Юғалтыуҙар йәки чупакабра һөжүм итһә...

7-се дәрес Тере йән эйәләре булғас, ҡуян көткәндә лә юғалтыуһыҙ булмай инде. Ҡыҙғаныс, әлбиттә. Тик төрлө сәбәптәр арҡаһында килеп сыҡҡан бәләләргә әҙер булырға кәрәк.

Тәүгә нәҫел килтергән ҡуян, балаһын ҡыҙғанып, тапап үлтереүе лә ихтимал. Йә улар инәләренең елененә йәбешеп, ояһынан тыш­ҡа сыға ла өшөп үлә. Бер аҙ үҫеп, ашай башлау менән дә юғалтыуҙар була әле. Тәүҙә үҙем дә үлгән шешҡолаҡтарҙы йәлләп, илай-илай ояларынан ҡыҫҡыс менән алып ҡуя инем. Хәҙер өйрәндем инде.

Әле ошо ҡуяндарым менән булған күңелһеҙ бер хәл тураһында һөйләмәксемен. Былтыр ҡар һуң ятты. Һуғымға әҙерләнгән ҡуяндарҙың йөнө әле матурланмағас, уларҙы һуймай торҙоҡ. Бер төндө бахырҡайҙарға эт өйөрө һөжүм иткән. Ярай әле ул көндө ашатырға барманым. Эргәләрендә үҙем дә бәләгә осрар инем, Аллам һаҡлағандыр. Эттәр тәҙрә ҡапҡасын емереп ингән дә ҡанлы туй ойошторған. Ситлектәрҙе умырып асҡандар ҙа ҡуяндарҙы быуғандар, өҙгөләп ташлағандар...

Әлбиттә, ошо йыртҡыс эттәрҙе тотоп, хужаһын асыҡлаһаҡ, ниндәйҙер кимәлдә юғалтыуҙы ҡаплатып булыр ине. Әммә беҙ бер ни ҙә ишетмәгәнбеҙ шул. Һөҙөмтәлә, был юғалтыуҙан һаман арына алмайбыҙ. Һарайҙан 7 тоҡ емтек сығарҙыҡ. Яҡынса һанап сығарғанда, юғалтыуҙың хаҡы 100 мең һумға барып баҫты. Сөнки араларында тоҡомло ҙур-ҙур ҡуяндар ҙа, уларҙың балалары ла бар ине. Йәл, әрәм булдылар. Һанауымса, был ҡанлы төндө 98 ҡуянымды юғалттым. Өҫкө урындарҙа ултырғандары ғына – ни бары дүртәүһе генә бәләнән ҡотолған. Яратҡан Серебрянка исемле ҡуяным да иҫән ине. Был ваҡиғанан һуң оҙаҡ шаңҡып йөрөнөм. Хатта яңынан был эшкә тотонорғамы-юҡмы, тип тә уйлап ҡуя инем. Яйлап-яйлап бер йыл эсендә ҡуяндарҙы күбәйттек. Быйылғы һуғымға әҙерләгәндәре әҙерәк, уларҙы хәҙер тиреһенең матурланғанын көтмәй генә һуябыҙ.

Ошо ҡот осҡос хәлдән һуң һунарсыларға мөрәжәғәт иттем. Сөнки күптәр: «Был эт түгел, ә чупакабра! Улар булһа, бер-икеһен генә ашар ине лә китер ине»,– тине. Үҙ күҙебеҙ менән күрмәһәк тә, һунарсылар эт икәнлегенә ышандырҙы. Баҡһаң, хужалары уларҙы һунар өсөн тотҡан булған. Авдонда дүрт кешенең ҡуяндарын да тар-мар итте был эттәр. Һуңынан әллә тотолдолар, әллә хужалары ишетеп ҡалып, үҙҙәрен бәйләп ҡуйҙы. Башҡаса бындай хәл ҡабатланманы.

Шулай итеп, ситлектәрең һәйбәт булып, гел ҡарап торһаң да, көтөлмәгән юғалтыуҙарға дусар булыуың ихтимал. Ярар, төшөнкөлөккә бирелмәйек, дуҫтар! Халыҡ әйтмешләй, ваҡыт дауалай ул. Һау булайыҡ!


Өфө ҡалаһы.

Читайте нас: