Миңә йыш бирелгән икенсе һорау: «Улар шундай матур, һуйыуы йәл түгелме?» Түгел. Сөнки мин бит ит өсөн аҫрайым.
Бер нисә йыл дауамында юғалтыуһыҙ нәҫел килтергән, иркә, ҡосаҡҡа һыйынған Серебрянка исемле ҡуянымды ғына һуймайым. Беҙ уның менән күптән бергәбеҙ. Бөтөн ауырлыҡтарҙы үттек. «Ветеран-инә» – почётлы урында. Ҡәҙерле генә булып йәшәй бирә. Бөтөн тәм-том, әлбиттә, уға эләгә. Үҙе ҡыҙыҡ ҡына, ашарға бирһәң, баш ҡағып рәхмәт әйтә белә. Вәт, шундай ҡуянды нисек итеп һуймаҡ кәрәк?
Әлеге мәлдә ун инә ҡуяным бар. Март, май, июль, сентябрь дауамында улар биш тапҡыр нәҫел килтерҙе. Вольер һәм ситлектәрҙә ошо ваҡыт эсендә нисә ҡуян балаһы йәшәгәнен үҙегеҙ һанап сығарығыҙ. Ҡысҡырып әйтмәйем. Әтеү, үлә башлайҙар. Һеҙ ҙә нисә ҡуян барлығын кешегә һөйләп бармағыҙ. Сөнки күҙ тейә. Март һәм май айҙарында тыуғандарҙы йә һаттыҡ, йә һуйҙыҡ. Ҡалғандары һимертеүгә ҡуйылған. Биш айлыҡ ҡуяндан 2,5 – 3,5 килограмм ит алабыҙ. Ҙур аталарын һуйһаң, уларҙың ит ауырлығы биш килограмдан ашып китә.
Ҡуян балаларын ике айы тулғас, һатыуға ҡуям. Уларға прививкалар эшләйем, йодлы һыу эсерәм. Ябай ҡуян балаһы – 500 һум. Ә тоҡомлоһоның хаҡы – 1 мең һум. Һуңынан ай һайын ҡурҡмайынса 500 һум өҫтәп торорға була. Тимәк, бер ояла 5 ҡуян балаһы үҫте икән, ябай ҡуяндың ояһынан – 2 мең 500 һум, тоҡомло ҡуяндыҡынан 5 мең һум аҡса эшләйбеҙ. Ун инә ҡуяндың балаһын – биш меңгә, тоҡомло инә ҡуяндыҡын ун меңгә һатып ебәрәбеҙ. Йыл дауамында ҡуяндарҙы биш тапҡыр аталандырһаҡ, 12 мең 500 һум йә 25 мең һум аҡса эшләйбеҙ. Был сумманың яртыһы тиерлек уларҙы ашатыуға китә.
Бесәнде беҙ һатып алабыҙ. Өс рулондың хаҡы – 3 мең һум. Ҡыш буйына етә. Бесәнде үҙегеҙ сабып хәстәрләһәгеҙ, һеҙгә ҡуян тотоуы тағы ла осһоҙораҡҡа төшәсәк. Һоло, бойҙай һәм ҡатнаш аҙыҡҡа айына 1 мең 500 – 2 мең һум сарыф ителә.
Итен һатыу ҙа килемле. Бер килограмм ҡуян ите – 350 – 400 һум. Кәм тигәндә, ул 700 – 800 һумға тартасаҡ. Өҫтәлгә ҡуйылған ҡуян итенең баһаһын әйтеп бөткөһөҙ. Тәүге осорҙа уны тик байрамдарҙа ғына ашай инек. Хәҙер иһә ҡуян итен ҡасан теләйбеҙ, шунда бешерәбеҙ. Күстәнәскә лә йәлләмәйбеҙ. Шулай үҙебеҙ ҙә, ҡунаҡтарыбыҙ ҙа ҡәнәғәт.