+14 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Оҫталыҡ дәрестәре
12 Сентябрь 2021, 14:05

Нәскиҙән – йомшаҡ уйынсыҡ

Дуҫтар, нәскиҙәрҙән уйынсыҡтар яһап ҡарағанығыҙ бармы?

Нәскиҙән – йомшаҡ уйынсыҡ
Нәскиҙән – йомшаҡ уйынсыҡ

Бик ҡыҙыҡлы, фай­ҙалы шөғөл ул. Етмәһә, ҡул эше менән булышыу түҙемлелек, тырышлыҡ тәрбиәләй, ижади хыялды ла арттыра.
Бына, мәҫәлән, һеҙ ҙә нәскиҙән өкөнө һүрәткә ҡарап эшләй алаһығыҙ. Уның эсен туҡыма ҡорамалары, холофайбер, синтепон, мамыҡ, пенопласт бөртөксәләре, хатта ярма менән тултырырға мөмкин. Күҙен, томшоғон сәйлән, төймә, төҫлө фетрҙан яһарға була.

Г. РАМАҘАНОВА.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: