+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Оҫталыҡ дәрестәре
13 Октябрь 2021, 11:35

Ҡойроҡто һыртҡа һалып...

Һүҙ уйнатыу

Ҡойроҡто һыртҡа һалып...
Ҡойроҡто һыртҡа һалып...

Сәғәткә күҙ һалып ебәрҙем. 7 тулған икән. Әүен баҙарына һуң киткәс, шулай була инде! Йән-фарман тороп, алды-артты ҡарамай, күҙемә аҡ-ҡара күрмәйсә, мәктәпкә саптым. Тик ул ҡул һуҙымындағы арала ғына түгел шул! Нисек Өфөгә барып етергә, тип баш ватып туҡталышта торам. Елдәй осоп барыусы автобусҡа ҡул бол­ғаным. Туҡтаны. Шатлығымдан атҡа менгәндәй инем, түбәм күккә тейҙе. Шулай булмайса, һуңлаһам, синыф етәксем утлы табаға баҫтыра бит! Саҡ мәктәпкә килеп индем. Ҡойроҡто һыртҡа һалып, синыф етәксем эргәһенән табан ялтыраттым. Һиҙмәне. Дәрескә килеп индем. Синыфташтарым, минең һуңлауымдың сәбәбен белә алмайынса, йәнгә тейҙе.
Өсөнсө дәрестән һуң телде арҡыры тешләп, ашханаға йүгерҙек. Әҙерәк эйәк бейетеп алғас, хәл инде. Әтеү ҡайыш бушап киткәйне. Бөгөн ашнаҡсылар тамаҡты телеңде йоторлоҡ итеп бешергән. Ярай әле гимназиябыҙҙың ашханаһы бар, ҡаҡ һөйәккә ҡалыр инек.
Алты дәрестән һуң ике ҡулды ҡанат итеп, өйгә ҡайтып киттем. Мин мәктәптә эт һуғарып йөрөргә яратмайым, шуға тиҙ генә өйгә һыпыртам.

Аида ИГЕЛЕКОВА.

РЕДАКЦИЯНАН. Дуҫтар, нығынған һүҙбәйләнештәрҙән торған инша бик ҡыҙыҡ килеп сыҡҡан, шулай бит? Оҡшанымы? Әйҙәгеҙ, һеҙ ҙә ошондайыраҡ хәбәр яҙып ҡарағыҙ һәм «Йәншишмә»гә ебәрегеҙ.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: