+1 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Оҫталыҡ дәрестәре
16 Сентябрь 2023, 10:27

Ҡурсаҡтарҙы дауалайҙар

"Әйҙә уйнарға!" фестивале ысын мәғәнәһендә балалар өсөн ҙур байрамға әүерелде.

Ҡурсаҡтарҙы дауалайҙар
Ҡурсаҡтарҙы дауалайҙар

Сараға килгән өлкәндәр эшлекле программа буйынса уйынсыҡтарҙың әһәмиәте, үҫеп килеүсе быуынды тәрбиәләүҙә уйындарҙың роле тураһында фекер алыша. Ә малайҙар һәм ҡыҙҙар төрлө оҫталыҡ дәрестәрендә, уйындарҙа, осрашыуҙарҙа ҡатнаша. Мәҙәни программа ла бик бай: концерттар, спектаклдәр, йәнһүрәттәр... 

"Уйынсыҡ бүләк ит" тигән хәйриә акцияһы ла ойошторолған. Йыйылған тәтәйҙәрҙе дауаханаларға, Өфө хосписына тапшырасаҡтар.

Шулай уҡ "Уйынсыҡтар өсөн госпиталь-оҫтахана" эшләй. Унда үҙеңдең уйынсығыңды килтереп, дауалаусы оҫта менән бергәләп яңыртырға мөмкин. Йә булмаһа ҡалдырып китәһең һәм әҙер булғас, барып алаһың.

Фотола уйынсыҡтар докторы Наталья Алябина тәтәйҙәрен дауаларға килтергән ҡыҙҙар менән.

Фото: Э.ӘСӘҘУЛЛИНА.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: