-3 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Оҫталыҡ дәрестәре
28 Декабрь 2023, 16:00

Ҡорама ҡорам әле...

Ауылыбыҙҙа “Ҡорама ҡорам әле” байрамын үткәрҙек. Хаҡлы ялдағы уҡытыусы Зилдә Мәүлитова менән бергәләп был фәһемле сараға бер ай әҙерләндек.

Ҡорама ҡорам әле...
Ҡорама ҡорам әле...

Зилдә Әхмәҙиә ҡыҙы тәүҙә теләүселәр менән ҡорама тегеү буйынса оҫталыҡ дәресе уҙғарҙы. Ул ҡыҙыҡлы техниканы һайлаған: маргарит сәскәләре, икенсе төрлө йо-йо сәскәләре тип атала икән был төр ҡорама ҡорау. Уҡытыусы уның тарихы менән таныштырып, килеүселәрҙе бик тиҙ әүрәтә алды. Олоһо ла, кесеһе лә тиҙ өйрәнде. Ике-өс мәртәбә осрашҡандан һуң, байрам көнө лә килеп етте. Теләк белдереүселәр күп ине, ә ҡатнашыусылар, ниңәлер, аҙыраҡ булды. Ауыл ере бит, һуғым һуйыу көндәре башланды шул.

Шулай ҙа маҡсатыбыҙға ирештек: байрамға килгән ҡорама ҡораусыларҙы бүләкләп, тағы ла бер айҙан ҙурыраҡ состав менән осрашырға һүҙ ҡуйыштыҡ. Байрам үткәреүҙә ярҙам иткән бағымсыбыҙ Роза Бапанинаға, Мәҫкәү ауылы магазиндарын йәмләп эшләп торған килендәребеҙ Эльза Мәүлитова, Зилә Сәғитуллина, Әнүзә Фәхрисламоваға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Байрам конкурсында ҡатнашҡан Таңсулпан Ғөбәйҙуллина, Фәүзиә Ильясованың эштәре бөтәһенә лә оҡшаны. Зилдә Әхмәҙиә ҡыҙы ҡорама ҡорауҙың серҙәрен асып ҡына ҡалманы, һәр ҡатнашыусыға үҙ ҡулы менән эшләгән сумкалар ҙа бүләк итте. Әйтергә кәрәк, ул был шөғөл менән мәктәптә эшләгән йылдарынан мауыға. Башҡортостан мәҙәниәте тарихы дәрестәрен уҡытҡанда район һәм ҡала мәктәптәренә асыҡ дәрестәр күрһәткән, аттестация үткәндә лә ошо ҡорама ҡорау эштәре менән еңгән, башланғыс класс уҡыусыларына ла тегергә өйрәткән, сценарийҙы ла үҙ шиғырҙары менән яҙған. Уның сценарийы интернет селтәрендә бар, файҙаланып уға рәхмәттәр уҡыйҙар. Зилдә Әхмәҙиә ҡыҙының ҡораған ҡорамалары өйөндә күҙ яуын алып торалар, ул әле лә эштәре менән район һәм ҡала күләмендә үткән сараларҙа ҡатнаша, ауылдаштарына өйрәтеү теләге менән дә яна. Ҡорама – экономия йәһәтенән ҡулайлы эш, ти ул. Кейемеңде туҙҙыра алмаһаң, түшәктәр, юрғандар, ултырғыс япмалары ҡорарға була. Ҡорама төрлө сирҙәрҙән дауалай, күҙ тейеүҙән һаҡлай икән. Ул – йорттоң йәме, ҡатын-ҡыҙҙың төп эштәренең береһе... Артабан да был башлаған эшебеҙҙе ташламай, ҡорама ҡорау серҙәрен төптәнерәк өйрәнеп дауам итербеҙ, тип ышанабыҙ.

Байрамыбыҙҙы матур йыры менән Эрик Бапанин һәм бейеүсе егетебеҙ Ирхан Хайруллин биҙәне. Күңелле сәй эсеү менән тамамланған сара ҡатнашыусыларға оҡшаны. Һуғышта булған егеттәребеҙҙең әсәләрен дә тәбрикләнек, ҡыйыу улдар үҫтергәндәре өсөн ҙур рәхмәттәр әйттек, ныҡлы һаулыҡ теләп, уларҙың һау ҡайтыуҙарын теләп таралыштыҡ.

 

Зөлхизә ҒӘЛИНА,

Мәҫкәү ауылы клубы мөдире.

Учалы районы.

Ҡорама ҡорам әле...
Ҡорама ҡорам әле...
Ҡорама ҡорам әле...
Ҡорама ҡорам әле...
Ҡорама ҡорам әле...
Ҡорама ҡорам әле...
Ҡорама ҡорам әле...
Ҡорама ҡорам әле...
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: