Оҫталыҡ дәрестәре
9 Апрель 2024, 10:00

Ҡумыҙҙа уйнарға өйрәнеү өсөн шәп мөмкинлек!

Ләйсән Юлбирҙина бер дәрестә, юҡ, хатта 5  минутта үк өйрәнәсәгегеҙҙе вәғәҙә итә. Сара баш ҡалабыҙҙа үтә.

Ҡумыҙҙа уйнарға өйрәнеү өсөн шәп мөмкинлек!Ҡумыҙҙа уйнарға өйрәнеү өсөн шәп мөмкинлек!
Ҡумыҙҙа уйнарға өйрәнеү өсөн шәп мөмкинлек!

Бына нимә тип яҙа Ләйсән Ишмырҙа ҡыҙы:

"Дуҫтар, һеҙҙе ҡумыҙҙа милли көйҙәребеҙҙе уйнарға өйрәнергә саҡырам. Шулай уҡ заманса  электрон музыкаларының Techno x Drum and Bass x Dubstep стилдәре менән яҡындан танышырға һәм шул ритмик алымдар менән уйнарға мөмкин буласаҡ. 3 сәғәтлек оҫталыҡ дәресендә һеҙ:
✅3 төрлө ҡумыҙ менән танышаһығыҙ;
✅5 минут эсендә ҡумыҙҙа уйнарға өйрәнәһегеҙ;
✅имитациялар ярҙамында үҙегеҙҙең генә импровизацияғыҙҙы тыуҙыраһығыҙ;
✅ҡумыҙ менән генә милли көйҙәрҙе уйнау серен асаһығыҙ (башҡа музыка ҡоралы ҡушылмаһынан тыш);
✅дәртле һәм талғын көйҙәрҙе минус аҫтында уйнарға өйрәнәһегеҙ;
✅заманса көйҙәр сығарыуҙың ҡағиҙәләре менән танышаһығыҙ.
Дәртле осрашыуҙан дарман алып, яңы һөнәр үҙләштереп ҡайтырға ашығығыҙ!"

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас